Мораҙым
+28 °С
Болотло
МӘҘӘНИӘТ
14 Февраль 2022, 05:43

Тик ғашиҡтар ергә нур өләшә

 Тик ғашиҡтар ерҙе нурлы итә  Бөгөн - Ғашиҡтар көнөндә, әлбиттә, беҙҙе был ерҙә йәшәткән һәм йәшнәткән дә, яҡты донъяларға яралтҡан да иң изге хис, илаһи көс – мөхәббәт тураһында яҙғы килә. Тормошҡа ғашиҡтар ғына яратырға, тирә-яҡҡа нур өләшергә һәләтлелер ул.  Эйе, эйе, был еремә тик һөйгәндәр генә нур, йылы, мәрхәмәт өләшә! Нәҡ шул фекергә нигеҙләнгән йөрәк моңдарым ғашиҡтар көнөнә һеҙгә кескәй бүләк булһын, ижад һөйөүсе дуҫтарым.    Тар күңелгә ят ул мөхәббәт Тар күңелле һөйә белә микән (?), Ситен уға, ай-һай, мөхәббәт. Яратырға ерең, йәреңде лә Йомарт күңел, ялҡын, наҙ кәрәк.

Тар эсленең йөҙө – ҡар һыуығы,

Әйткән һүҙе – ағыу, үс-нәфрәт,

Өҙөр өсөн “нескә” ҡылыңды

Йәнкәйеңә уйыр йәрәхәт.

Көнсөллөктән ярҙан тибер һине,

Көсһөҙҙәргә – һәр кем көсөктәй,

Ирек ҡуйһаң – буғаҙыңды тишеп,

Ҡаның һурыр әле һөлөктәй.

Ҡорған мәкер, хәйләһенә бүҫелеп

Һулар һауа, үҙенә тын етмәҫ,

Әммә кәрәк, мөһим заттар менән

Һайрап талмаҫ, юха теле төнмәҫ.

Йөҙөнә тартып затлы битлеген

“Ихласлығы” менән пакланыр,

Оялмаҫ та, ғаләм алдында

“Намыҫым саф!” – тиеп аҡланыр.

...Юҡ! Яратыуҙар уға хас түгел,

Тар күңелгә ят ул мөхәббәт.

Мөхәббәттең яралғысы бит ул –

Кешеләргә булған мәрхәмәт.

Был еремә тик һөйгәндәр генә

Өләшә нур, йылы, бәрәкәт!

 

 

 Йөрәгең йәй һинең

- Йөрәгемде бүләк итәм, - тинең, -

Башҡа бер кем уны аңламай,

Шиғри наҙын һис һүрелтмәй генә

Һаҡлай белһәң әгәр туңдырмай.

 

Устарыма йомдом йөрәгеңде...

Тәнгә йылы йәйҙәр йүгерҙе.

Томанлы көҙ, ҡарлы иртәмде

Тамырынан алып түңкәрҙең.

 

Йөрәгең – йәй, ҡурһын, өтһөн әйҙә

Ҡанатымды, хатта йәнемде.

Илерткән дә, йәшәткән дә – өмөт,

 Көтәм әле һинең килгәнде.

 

Бер ант биргәс, кире ҡайтармам,

Бүләгеңде кире таптырма –

Яңғыҙ айлы ҡышым ялҡытты,

Күңелемә йәйҙәр танһыҡ та (!).

 

Быҫҡып түгел, дөрләп яныр әле-

Ышаныслы ҡулда йөрәгең.

Йәлләмәһәң, ҡалһын миндә генә,

Илһам ҡошом булып, терәгем...

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас