Мораҙым
+28 °С
Болотло
МӘҘӘНИӘТ
8 Февраль 2022, 11:54

"Тик намыҫты данға алмаштырмам..."

Милләтебеҙҙең аҫыл шәхесе - Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына - 90 йыл.  Уның исеме бөтә донъя әҙәбиәтендә ныҡлы урын биләгән, әҫәрҙәре үлемһеҙ, китаптары – оло хазина. Ниндәй генә шиғырын алһаң да, һәр кемебеҙҙең күңел торошона ауаздаш хис-тойғолар менән һуғарылған. Йөрәк ярып сыҡҡан шағир һүҙе ваҡыт үтеү менән дә әһәмиәтлелеген юғалтмай -әҙәбиәт күгендә һабантурғай булып һайрап осҡан, халҡыбыҙға аманат һүҙҙәрен әйткән бөйөк әҙип ул. Мең шатлыҡ, мең ғазап кисергән шағир йөрәгенән һарҡып ҡына, миләш тәлгәштәреләй тирелеп кенә төшкән мөхәббәт һүҙҙәре утлы ҡуҙ булып әле булһа ялҡынлана. Һәм был ялҡын бер ҡасан да һүнмәҫ, һүрелмәҫ.  

"Тик намыҫты данға алмаштырмам...""Тик намыҫты данға алмаштырмам..."
"Тик намыҫты данға алмаштырмам..."

Фотолар Азамат Ғариповтың шәхси архивынан алынған. 

"Тик намыҫты данға алмаштырмам..."
"Тик намыҫты данға алмаштырмам..."
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас