Мораҙым
+28 °С
Болотло
МӘҘӘНИӘТ
4 Февраль 2022, 05:43

Эш нескәлектәренә өйрәттеләр

Мәҡсүт күп функциялы мәҙәни үҙәгендә Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының “Йырау” фольклор ансамбле оҫталары милли биҙәүестәр эшләү буйынса мастер-класс күрһәтте.   “Күрше ауыл ҡыҙҙарын күңелле йырҙар менән ҡаршы алдыҡ, шуның менән сараға йәм өҫтәнек. Ансамбль дә беҙгә үҙәренең матур йырҙарын бүләк итте. Артабан биҙәүестәр эшләү теорияһы һәм методикаһы менән таныштырҙылар.  Ҡарап торһаң, ҡашмау менән түшелдеректе эшләүе ауыр түгел кеүек, әммә һәр эштең үҙ нескәлектәре бар. Ансамбль ағзаларына эш нескәлектәре менән уртаҡлашҡандары, тәжрибәләре менән бүлешкәндәре өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ”, тиҙәр мәҡсүттәр.

Эш нескәлектәренә өйрәттеләрЭш нескәлектәренә өйрәттеләр
Эш нескәлектәренә өйрәттеләр

Мәҡсүт күп функциялы мәҙәни үҙәгендә Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының “Йырау” фольклор ансамбле оҫталары милли биҙәүестәр эшләү буйынса мастер-класс күрһәтте.  

“Күрше ауыл ҡыҙҙарын күңелле йырҙар менән ҡаршы алдыҡ, шуның менән сараға йәм өҫтәнек. Ансамбль дә беҙгә үҙәренең матур йырҙарын бүләк итте. Артабан биҙәүестәр эшләү теорияһы һәм методикаһы менән таныштырҙылар.  Ҡарап торһаң, ҡашмау менән түшелдеректе эшләүе ауыр түгел кеүек, әммә һәр эштең үҙ нескәлектәре бар. Ансамбль ағзаларына эш нескәлектәре менән уртаҡлашҡандары, тәжрибәләре менән бүлешкәндәре өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ”, тиҙәр мәҡсүттәр.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас