

- Бәләкәйҙән концерттарҙа ҡатнаштым, рус бейеүҙәрен бейей торғайным. Ә бына бабайым йырсы булды. Тауышы моңло ине, матур йырланы. Сәхнәгә сығып әллә ни йырлап барманы. Мин килен булып килгән осорҙамикән, Теләүембәттә, Түләбәйҙә, Ҡайыпта концерттарҙа ҡатнаштыҡ. Ә былай фольклорға йөрөмәне. Үҙе йөрөмәһә лә, мине тыйманы, ҡыҙғанманы. Ҡайтыуыма мунсалар яғып көтөп торор ине. Бер ваҡытта ла сәйгүне һыуыҡ булманы, аш бешереп ҡуйыр ине ҡайтыуыма, ихлас күңел менән йөрөттө - әңгәмәсем әле булһа күңелендә иренә ҡарата йылы хис-тойғолар һаҡлай. Теүәл илле йыл иңгә-иң терәшеп, татыулыҡта-хөрмәттә ғүмер иткәндәр улар. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, донъя йөгөн бергә тиң тартҡандар, ысынлап та, һәр ваҡыт һоҡландыра. Ишле мал-тыуар аҫрап, күпләп ҡош-ҡорт үрсетеп, мул итеп баҡса үҫтереп, фани донъяларҙың тәмен, йәмен тойоп йәшәгәндәр Раҡия инәй менән Фатих олатай Әлмөхәмәтовтар. Ҡартының вафатынан һуң инәй хәҙер яңғыҙы тора. Шулай ҙа балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәр ваҡыт эргәһендә. Ун өс ейәне, ул алты бүлә-бүләсәре бар инәйҙең.
Раҡия инәйҙең тормошо ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта сағыу ҙа, йөкмәткеле лә. Халыҡ фольклорын тергеҙеүгә үҙ өлөштәрен индергән, мәҙәниәт усағын дөрләткән апай-инәйҙәргә “Сәңкем” ансамблен киләсәктә лә сәхнәләрҙән күреп ҡыуанырға булһын тамашасыларға.
Ансамбль етәксеһе Гөлдәр Әбдрәхимова:
- Бөгөнгө көндә ансамблебеҙҙең иң оло ҡатнашыусылар рәтен тулыландырыусы ул Раҡия инәй. Хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ, ихтирам менән һоҡланып ҡарайбыҙ. Дәртле, үҙенсәлекле йырҙары менән һәр сарабыҙҙы йәмләүсе һәүәҫкәр артист. Ул еренә еткереп башҡарған ролдәре, сағыу образдар тыуҙырып һәм быуын тамашасыһын үҙенә йәлеп итә алған сәхнә оҫтаһы. Уның ҡатнашлыҡһыҙ бер сара ла үтмәй беҙҙә. Тормош йәмен күрергә, тормош ҡәҙерен белергә беҙ Раҡия инәйҙән өйрәнәбеҙ.