Мораҙым
+28 °С
Болотло
МӘҘӘНИӘТ
17 Ғинуар 2022, 06:49
Тыуған ерем - торған ерем
Үҙ эшен яратып, бөтә күңелен һалып эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең кемеһеҙ генә алма – барыһы ла ҡасандыр күңелендә яралған изге хыялының тормошҡа ашыуы нәтижәһендә килеп юлыҡҡан. Хоҙайбирҙин ауыл клубы мөдире Нәфисә Һөйөндөкова ла нәҡ шундайҙарҙан. Атаһы Ришат Барый улы Ямғуров ғүмер буйы ауыл хужалығында эшләй, тракторист була. Оҫта итеп ҡумыҙҙа, баянда уйнағанын ауылдаштары әле булһа һағынып иҫкә ала. Әсәһе Нәфиғә Солтан ҡыҙы иһә төрлө эштәрҙә йөрөй, магазинда иҙән йыуыусы ла була, сөгөлдөр баҫыуында ла бил бөгә, магазиндан киткәс, колхоз эшенә егелә. Эшсән дә, ябай ҙа, йыр-моң һөйгән ошо ғаиләлә Нәфисә дүртенсе бала булып донъяға килә. Беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡҡан мәлен дә әлегеләй хәтерләй ул. Өс йәшлек кенә балаға йөръәт итеп, “Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем” тигән ул ваҡытта популяр булған йырҙы өйрәтәләр. Уңыгшы сығыш яһай, бала ғынаның моңланып йырлауы тамашасылар күңеленә лә үтеп инә. Һәм шул мәлдән алып Нәфисә сәхнә йондоҙона әүерелә, ауылда үткән бөтә мәҙәни сараларҙа, концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. - Йыр, сәхнә мине гел тартты үҙенә. Әсәйем дә, атайым да һөнәрҙәре буйынса сәнғәттән йыраҡ кешеләр булһа ла, һәр ваҡыт йыр-моң менән йәшәнеләр. Әсәйем бик моңло тауышлы ине. Әсәһе, өләсәйем мәрхүмә, йырсы кеше бәхетһеҙ була тип, йырлауҙан тыйған уны. Шулай ҙа эш эшләгәндә гел йырлап, көйләп йөрөнө. Бишенсе класта уҡығанда Мәләүез ҡалаһында үткән “Йондоҙсоҡтар” конкурсында ҡатнашып, беренсе урын яулағас, Өфө музыка мәктәбенә саҡырыу ебәрҙеләр. Әтейем алып барҙы ла, сит ерҙә, йыраҡ, әле ҡыҙым бәләкәй тип йәлләп, кире алып ҡайтты. Уның өсөн мин бер ҡасан да үкенмәнем, сөнки бала сағым әтей-әней ҡосағында үтте, - ти Нәфисә бала саҡ йылдарын тәьҫирләнеп хәтерләп. Тулы мәҡәләне район гәзитенең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ.
Тыуған ерем - торған ерем
Фото ғаилә архивынан алынды.
Тыуған ерем - торған ерем
Автор:
Айгөл Айытҡолова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"