Мораҙым
+4 °С
Облачно
МӘҘӘНИӘТ
7 Января 2022, 04:17

Ҡыш бабайҙың ҙур сере

Ҡышҡы каникулдар дауам итә. Һанаулы ғына ҡалһа ла, ял көндәрен балаларҙың саф һауала үткәрергә тырышыуы ҡыуандыра. Юғиһә, гаджеттарҙар айырып булмай тип хафалана инек. Баҡтиһәң, балалар тышҡа атлығып ҡына тора. Бөгөн иһә көн айырыуса йылы. Тимәк, тәмле итеп сәй эсеп алғандан һуң күмәкләп тышҡа! Сәлих ауылында ла балалар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы саралар, спорт ярыштары, ҡышҡы уйындар ойоштороп торалар. Кисә бәләкәстәр өсөн "Ҡыш бабайҙың ҙур сере" тигән уйын үткәргәндәр. Саф һауала уйнап, көрттә өңдәр яһап, йүгерешеп-баҫтырышып, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуаптар эҙләп һаулыҡтарын да, белемдәрен дә нығытҡандар. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыш бабайҙың ҙур сереҠыш бабайҙың ҙур сере
Ҡыш бабайҙың ҙур сере

Фотолар Сәлих ауыл клубы төркөмөнән алынды. 

Ҡыш бабайҙың ҙур сере
Ҡыш бабайҙың ҙур сере
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас