Мораҙым
+28 °С
Болотло
МӘҘӘНИӘТ
6 Ғинуар 2022, 08:38

"Йыл тарихи ваҡиғаһы"

Тарихын белгән халыҡтың ғына киләсәге бар "Йыл ваҡиғаһы" номинацияһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан  иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылында Муса Мортазиндың яуҙашы, күренекле дәүләт эшмәкәре, БАССР-ҙың Баш суды рәйесе Ғәҙелша Дәүләтша улы Ейәнсурин исеме мәңгеләштерелеп, Нуҡай ауылында уның мемориаль иҫтәлегенә таҡтаташ асылыуын билдәләү бик тә урынлы булыр. 

"Йыл тарихи ваҡиғаһы""Йыл тарихи ваҡиғаһы"
"Йыл тарихи ваҡиғаһы"

Уның исемен күтәреүҙә Нуҡай ауылында йәшәгән Миңзифа апай Көҫәпованың өлөшө ҙур. Ул Ейәнсуриндың тормошо, эшмәкәрлеген ентекле өйрәнеп, уның тураһында бай, теүәл мәғлүмәттәр туплап, исемен халыҡҡа ҡайтарыуҙы, мәңгеләштереүҙе тәҡдим итә. Ауыл советы башлығы Риф Байғүбәков  был изге башланғысты хуплап, ҡоролтай менән берлектә эшкә тотона. Башҡорт автономияһының йөҙ йыллығы уңайынан күтәрелгән мәсьәлә Башҡорт тарихы йылында еренә еткерелеп ҡуйылды.

"Йыл тарихи ваҡиғаһы"
"Йыл тарихи ваҡиғаһы"
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас