

- Яҡташыбыҙ, башҡорт халҡының арҙаҡлы уландарының береһе Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан фильм төшөрөргә Хоҙайбирҙин халҡы үҙе тәҡдим итте. Ваҡиғалар теҙмәһе ҡышҡыһын да барғас, ҡар иреп бөтмәҫ борон башланды фильм төшөрөү. Бөтә ауыл менән бергә боронғо кейем-һалымдар, аяҡ кейемдәре, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, боронғо бәләкәй сана, саңғылар, сәкәндәр эҙләп таптыҡ. Мәҙәниәт бүлегенә, музей хеҙмәткәрҙәренә ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Телевидение хеҙмәткәрҙәрен иһә һәр береһен айырып телгә алып үтеү ҙә артыҡ булмаҫ. Эште ойоштороуҙа Ринат Әлимғужин ярҙам итһә, фильмдың йөкмәткеһен, тәрәнлеген ябай камера менән генә лә тота алған оператор Әсхәт Әлимғолов, видеомонтажер Рөстәм Алламоратов, автор тексын еренә еткереп уҡыған “Мораҙым” гәзите хәбәрсеһе Азамат Ғәҙелшиндарҙы ысын мәғәнәһендә үҙ эшенең оҫталары тиергә була, - ти Фәймә Миңлейәр ҡыҙы.