

Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды: ни бары 13 көндән 2021 йыл беҙҙең менән хушлашып, 2022 йыл үҙ ишектәрен асасаҡ. Район үҙәгендә Яңы йыл тантаналары башланды ла инде: бөгөн З.Биишева исемендәге ял паркында боҙ ҡаласығы асылды һәм Ҡыш бабайҙар парады уҙҙы. Мораҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Денис Айытҡолов халыҡты байрам менән ҡотланы һәм боҙ һындарға һаҡсыл ҡарарға саҡырҙы.
Ҡыш бабайҙар парадында ауыл биләмәләрендәге мәҙәниәт усаҡтары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Күңелдәрендә дәрт осҡондары һүнмәгән, үҙҙәренең дә, башҡаларҙың да күңелен күтәрергә ваҡыт һәм яй тапҡан әүҙемдәр Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ғына түгел, төрлө йәнлектәр булып кейенеп, маскарад костюмында килгән.
Улар “Серпантин”, “Снежный барс”, “Цунами” һәм “Морозко” исемле дүрт төркөмгә бүленеп, ижади бәйгелә үҙ-ара көс һынашты.
Сара һуңында үҙ учреждениеларын байрам тантанаһына биҙәгән коллективтарға, хеҙмәткәрҙәргә, Ҡыш бабайҙар парадында ҡатнашҡандарға район мәҙәниәт бүлегенең бүләктәре һәм дипломдары тапшырылды.