

Хәҙер бер-береңде открытка аша ҡотлау тигән матур күренеш юҡҡа сыҡты тиерлек. Һәр хәлдә һуңғы ун-ун биш йылда шәхсән үҙем бер кешегә лә ебәргәнем юҡ һәм миңә лә открытка яҙған кеше юҡ...
Открыткаларҙы хат ташыусы бабайҙан алып ҡала торғайныҡ, ҡайһы берҙә хатта өйөнә барып һайланыҡ. Ниндәй генә төрлөләре юҡ ине. Әйткәндәй, ҡайнымдың Өфөлә йәшәүсе һеңлеһе йыл һайын ағаһы менән еңгәһенә ҡотлау открыткалары ебәрә торғайны. Тик хәҙер ул да 80-дән уҙҙы һәм был матур ғәҙәтен ташланы... Бикәсенең күңел йылыһын алып килгән ҡағыҙ киҫәктәрен бейемем әле лә ҡәҙерләп һаҡлай. Ә һеҙ открыткалар яҙышҡан саҡты иҫләйһегеҙме, дуҫтар? Был открыткалар һеҙгә танышмы?