Мораҙым
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
25 Ноябрь 2021, 12:35

"Әл дә гармунсы түгелмен, уйнар ҙа илар инем..."

Бөгөн – Гармунсылар көнө  Беҙ бала саҡта йәйге кистәрҙә ауыл урамдары гармун моңона күмелер, концерттар был мөғжизәле уйын ҡоралынан башҡа үтмәҫ ине. Киске уйындарҙа ла йәштәр магнитофондан ағылған көйҙәргә ҡарағанда гармун моңона бейеүҙе артығыраҡ күрҙе. Хәҙер гармунсылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ булһа, ул саҡта хатта ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла гармунсылар күп булды. Шуларҙың береһе – Сорғояҙ ауылында тыуып үҫеп, оҙаҡ йылдар Яңы Хвалын утарында йәшәүсе Мәҙинә апай Псәнчина булыр.   

"Әл дә гармунсы түгелмен, уйнар ҙа илар инем..."
"Әл дә гармунсы түгелмен, уйнар ҙа илар инем..."

Мәҙинә Рафиҡ ҡыҙы Псәнчина ғаиләһе менән 1975 йылда Яңы Хвалын ауылына күсеп килгәс, тәүҙә мәктәп ашханаһында эшләй, аҙаҡ китапхана эшенә күсә һәм башкөлләй китап донъяһына сума.

  Ауыл китапханасыһы, әлбиттә, китап биреп кенә ултыра алмай, күпселектә ул клуб һәм ауыл Советы  хеҙмәткәрҙәренә  ауылдағы барлыҡ  сараларҙы үткәреүҙә төп  ярҙамсы була.  Китапханасылар – клуб хеҙмәткәрҙәренең уң ҡулы, Мәҙинә апай ҙа бар мәҙәни сараларҙа  үҙе лә әүҙем ҡатнаша. Дәртле итеп гармунда һыҙҙыра, ҡумыҙҙа уйнай,  бәрхәттәй йомшаҡ, моңло тауышы  менән йырлап, күптәрҙең күңелен әсир итә. 

 Әйткәндәй, Мәҙинә апай шиғырҙар ҙа яҙа. Уларҙың бер нисәүһе “Мораҙым” гәзите биттәрендә лә донъя күрҙе.

 Донъянан йәм табып, күңел йылыһын башҡаларға ихлас таратып йәшәй ул һәүәҫкәр гармунсы Мәҙинә Рафиҡ ҡыҙы Псәнчина.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛО ВА.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: