Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
16 Ноябрь 2021, 14:15

Уның сағыу ҡул эштәре күңелдәргә йәм өҫтәй

 З.Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе директоры Флорида Зәки ҡыҙы Кәримованы күптәр талантлы йырсы, мәҙәниәт хеҙмәткәре, музыка белгесе, талапсан етәксе тип белә. Сәнғәт мәктәбендә 26 (!) йыл эшләү дәүерендә ул күпме баланың һәләтен асып, мәҙәниәт, сәнғәт донъяһына ишек асҡан, уларға осар ҡанаттар биргән – уларҙың теүәл генә һанын ул үҙе лә белмәй торғандыр... “Һәләтле кеше бар яҡлап та һәләтле” тигән һүҙҙәр нәҡ Флорида Зәки ҡыҙына ҡағыла. Аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫта булған, гөрләтеп баҡса үҫтергән етәксенең  йәнә бер оҫталығы хаҡында күптәр белмәйҙер ҙә әле: ул заманса материалдарҙан  иҫ киткес матур сәскәләр, светильниктар эшләй. Флорида Зәки ҡыҙының ҡул эштәре төрлө мәҙәни сараларҙа ойошторолған күргәҙмәләрҙең сағыу бер биҙәге булып тора.

Уның сағыу ҡул эштәре күңелдәргә йәм өҫтәй
Уның сағыу ҡул эштәре күңелдәргә йәм өҫтәй

 З.Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе директоры Флорида Зәки ҡыҙы Кәримованы күптәр талантлы йырсы, мәҙәниәт хеҙмәткәре, музыка белгесе, талапсан етәксе тип белә. Сәнғәт мәктәбендә 26 (!) йыл эшләү дәүерендә ул күпме баланың һәләтен асып, мәҙәниәт, сәнғәт донъяһына ишек асҡан, уларға осар ҡанаттар биргән – уларҙың теүәл генә һанын ул үҙе лә белмәй торғандыр...

“Һәләтле кеше бар яҡлап та һәләтле” тигән һүҙҙәр нәҡ Флорида Зәки ҡыҙына ҡағыла. Аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫта булған, гөрләтеп баҡса үҫтергән етәксенең  йәнә бер оҫталығы хаҡында күптәр белмәйҙер ҙә әле: ул заманса материалдарҙан  иҫ киткес матур сәскәләр, светильниктар эшләй.

Флорида Зәки ҡыҙының ҡул эштәре төрлө мәҙәни сараларҙа ойошторолған күргәҙмәләрҙең сағыу бер биҙәге булып тора.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: