Мораҙым
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
8 Ноябрь 2021, 08:50

3D форматындағы фильмдарҙы тиҙҙән Аҡъярҙа ла күрһәтәсәктәр

Хәйбулла районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 3D форматындағы фильмдарҙы тиҙҙән Аҡъярҙа ла күрһәтәсәктәр. Әле белгестәр Аҡъяр тау колледжының икенсе корпусындағы тамаша залында монтаж һәм ҡорамалдарҙы урынлаштырыу менән мәшғүл. Бында ҙур экран, лазер ярҙамында проекциялау ҡорамалы, заманса тауыш, кинобилет системалары, ә тамашасылар залында уңайлы 50 кресло ҡуйыла. Тәүге фильмдарҙы декабрь башында күрһәтеү планлаштырыла. “Тамашасылар картиналарҙың һәм тауыштың сифатын шунда уҡ тойор, моғайын, сөнки бында ла ҙур ҡалаларҙағы кинотеатрҙарҙа булған заманса ҡорамалдар ҡуйыла. Кинозал асылыу беҙҙең өсөн ысын байрамға әүереләсәк”, – тине Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов. Был проект республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.   Лилия Давлетбакова #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

3D форматындағы фильмдарҙы тиҙҙән Аҡъярҙа ла күрһәтәсәктәр
3D форматындағы фильмдарҙы тиҙҙән Аҡъярҙа ла күрһәтәсәктәр

Хәйбулла районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 3D форматындағы фильмдарҙы тиҙҙән Аҡъярҙа ла күрһәтәсәктәр.

Әле белгестәр Аҡъяр тау колледжының икенсе корпусындағы тамаша залында монтаж һәм ҡорамалдарҙы урынлаштырыу менән мәшғүл. Бында ҙур экран, лазер ярҙамында проекциялау ҡорамалы, заманса тауыш, кинобилет системалары, ә тамашасылар залында уңайлы 50 кресло ҡуйыла. Тәүге фильмдарҙы декабрь башында күрһәтеү планлаштырыла.

“Тамашасылар картиналарҙың һәм тауыштың сифатын шунда уҡ тойор, моғайын, сөнки бында ла ҙур ҡалаларҙағы кинотеатрҙарҙа булған заманса ҡорамалдар ҡуйыла. Кинозал асылыу беҙҙең өсөн ысын байрамға әүереләсәк”, – тине Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

Был проект республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

 

Лилия Давлетбакова

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: