Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Октябрь 2021, 12:35

Эш тип янған кеше ул!

 Район үҫешенә ҙур өлөш индергән, уның тарихында үҙ эҙен ҡалдырған шәхестәребеҙ бик күп.  Шуларҙың береһе – мәҙәниәт, сәнғәт тармағы үҫешенә ҙур көс һалған Харис Зәбих улы Әбдрәхимов.  Байтаҡ йылдар район мәҙәниәт тармағын етәкләгән яҡташыбыҙҙың тормош юлы һәм бөгөнгө эшмәкәрлеге хаҡында сайтта уҡығыҙ.

Эш тип янған кеше ул!
Эш тип янған кеше ул!

Харис Зәбих улы Әбдрәхимов Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлаған.Ҡулына дитплом алғас, йүнәлтмә буйынса Ғафури районының Ҡормантау ауылында бер йыл эшләй һәм тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Мәктәп директоры вазифаһын тәҡдим итһәләр ҙә,  был мәктәптең директоры элекке уҡытыусыһы булғанға күрә, ризалашмай. Комсомолдың район комитетында  ойоштороусы, райком секретары булып эшләй.

 1988 йылда уны район мәҙәниәт бүлегенә етәксе итеп тәғәйенләйҙәр. 14 йыл ғүмерен ошо эшкә бағышлай ул.

2002 йылда район гәзитенә баш мөхәррир итеп ҡуялар. Был вазифала дүрт йыл эшләгәндән һуң, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһына тәрбиә һәм социаль мәсьәләр буйынса проректор итеп эшкә саҡыралар.

 Харис Зәбих улы 2011 йылда “филология фәндәре кандидаты” ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

 2012 йылда, академия Башҡорт дәүләт университеты менән ҡушылыу сәбәпле, йәмәғәт менән бәйләнеш буйынса бүлек начальнигы, аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

Оло яуаплылыҡ, эште еренә еткереп эшләү кеүек сифаттарға эйә булған яҡташыбыҙҙы 2014 йылда Күгәрсен район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары итеп эшкә саҡыралар, аҙаҡ ул район Советы секретары вазифаһын башҡара.

2016 йылда БР Мәҙәниәт министры ҡарары менән Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе директоры итеп тәғәйенләнә һәм әлеге көндә лә ошо коллективты етәкләй.

Ошо көндәрҙә 60 йәшен билдәләгән Харисм Зәбих улын юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм уға ғаилә бәхете, һаулыҡ теләйбеҙ!

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: