Мораҙым
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
15 Октябрь 2021, 16:20

Ырыуҙар ҡоронда - ҡыпсаҡтар

Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә республикабыҙҙа төрлө саралар ойошторолдо. Шуларҙың береһе бөгөн уҙа - Туймазы ҡалаһында Башҡорт ырыуҙары ҡоро бара. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы һәм Туймазы районы хакимиәте ойошторған.  Был мәртәбәле сарала беҙҙең район вәкилдәре лә ҡатнаша.  Район ҡоролтай рәйесе Рөстәм Сәйетбатталов әйтеүенсә, ырыуҙар ҡоро Туймазы районының Ҡандра-Төмәкәй ауылында башланған, бында улар башҡорт ырыуҙарына бағышланған иҫтәлекле таҡтаташ асыуҙа ҡатнашҡан.  Аҙаҡ сара Туймазы ҡалаһының “Родина” мәҙәниәт һарайында дауам итә.  Ырыуҙар ҡороноң пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте һәм Хөкүмәт ағзалары, башҡорт ырыуҙары йәмәғәт ойошмалары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, милли-мәҙәни үҙәк етәкселәре, район ҡоролтай ойошмалары вәкилдәре һ.б. ҡатнаша.

Ырыуҙар ҡоронда - ҡыпсаҡтар
Ырыуҙар ҡоронда - ҡыпсаҡтар

Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә республикабыҙҙа төрлө саралар ойошторолдо. Шуларҙың береһе бөгөн уҙа - Туймазы ҡалаһында Башҡорт ырыуҙары ҡоро бара. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы һәм Туймазы районы хакимиәте ойошторған.
 Был мәртәбәле сарала беҙҙең район вәкилдәре лә ҡатнаша.

 Район ҡоролтай рәйесе Рөстәм Сәйетбатталов әйтеүенсә, ырыуҙар ҡоро Туймазы районының Ҡандра-Төмәкәй ауылында башланған, бында улар башҡорт ырыуҙарына бағышланған иҫтәлекле таҡтаташ асыуҙа ҡатнашҡан.
 Аҙаҡ сара Туймазы ҡалаһының “Родина” мәҙәниәт һарайында дауам итә.

 Ырыуҙар ҡороноң пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте һәм Хөкүмәт ағзалары, башҡорт ырыуҙары йәмәғәт ойошмалары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, милли-мәҙәни үҙәк етәкселәре, район ҡоролтай ойошмалары вәкилдәре һ.б. ҡатнаша.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: