Мораҙым
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
15 Октябрь 2021, 14:45

Донъя йәме һеҙҙең ҡулда, ауыл ҡатын-ҡыҙы!

Ауыл ҡатын-ҡыҙы көнө икән дә бөгөн! Бик хуп, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренә бағышланған айырым көнгә бик тә лайыҡ! Хатта ки, уларҙың һәр береһенә һәйкәл ҡуйырлыҡ!  Уҙған быуат урталарында һәм аҙаҡтарында тыуған булһағыҙ, әсәй-өләсәйҙәрҙең көн итмешен, уларҙың айҙар, йылдар дауамында башҡарған эштәрен күҙ алдына килтерегеҙ әле! Хайран ҡалырлыҡ, эйеме? Хәйер, бөгөн күптәребеҙ һыу ташып, утын яғып, мал ҡарап, сөгөлдөр утап ғүмер кисермәһә лә, әле лә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары иңенә төшкән мәшәҡәттәр бихисап.  Сәйетҡол ауылында ғүмер кисергән, 38 йыл фермала һыйыр һауған Миңлегөл апай Рәхмәтуллина, минеңсә, ауыл ҡатын-ҡыҙының матур бер өлгөһө булып тора.   Бар ғүмерен ауыр эшкә арнаған Миңлегөл апай хаҡлы ялда балаларына “иркәләнеп”, ҡул ҡаушырып ҡына ултыра алыр ине, әлбиттә... Тик ғүмер буйы хәрәкәттә булған кеше эшһеҙ түҙә аламы ни инде?! Һаман да мал аҫрай, ҡош-ҡорт тота, баҡса тултырып йәшелсә-емешен дә үҫтерә. Алма ағасынан йыраҡ төшмй, тиҙәр: Миңлегөл апайҙың ҡыҙҙары - Ураҡай ауылында йәшәгән Айгөл менән Сапыҡта төпләнгән Фиәгөл дә егәрлелек буйынса әсәләренән ҡалышмай, тормош иптәштәре Кәрим һәм Илшат менән күптәргә өлгө булырлыҡ итеп гөрләтеп донъя көтә, бына тигән балалар үҫтерә!

Донъя йәме һеҙҙең ҡулда, ауыл ҡатын-ҡыҙы!
Донъя йәме һеҙҙең ҡулда, ауыл ҡатын-ҡыҙы!

Ауыл ҡатын-ҡыҙы көнө икән дә бөгөн! Бик хуп, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренә бағышланған айырым көнгә бик тә лайыҡ! Хатта ки, уларҙың һәр береһенә һәйкәл ҡуйырлыҡ!

 Уҙған быуат урталарында һәм аҙаҡтарында тыуған булһағыҙ, әсәй-өләсәйҙәрҙең көн итмешен, уларҙың айҙар, йылдар дауамында башҡарған эштәрен күҙ алдына килтерегеҙ әле! Хайран ҡалырлыҡ, эйеме? Хәйер, бөгөн күптәребеҙ һыу ташып, утын яғып, мал ҡарап, сөгөлдөр утап ғүмер кисермәһә лә, әле лә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары иңенә төшкән мәшәҡәттәр бихисап.

 Сәйетҡол ауылында ғүмер кисергән, 38 йыл фермала һыйыр һауған Миңлегөл апай Рәхмәтуллина, минеңсә, ауыл ҡатын-ҡыҙының матур бер өлгөһө булып тора.

  Бар ғүмерен ауыр эшкә арнаған Миңлегөл апай хаҡлы ялда балаларына “иркәләнеп”, ҡул ҡаушырып ҡына ултыра алыр ине, әлбиттә... Тик ғүмер буйы хәрәкәттә булған кеше эшһеҙ түҙә аламы ни инде?! Һаман да мал аҫрай, ҡош-ҡорт тота, баҡса тултырып йәшелсә-емешен дә үҫтерә. Алма ағасынан йыраҡ төшмй, тиҙәр: Миңлегөл апайҙың ҡыҙҙары - Ураҡай ауылында йәшәгән Айгөл менән Сапыҡта төпләнгән Фиәгөл дә егәрлелек буйынса әсәләренән ҡалышмай, тормош иптәштәре Кәрим һәм Илшат менән күптәргә өлгө булырлыҡ итеп гөрләтеп донъя көтә, бына тигән балалар үҫтерә!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: