Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Сентябрь 2021, 14:38

Милли кейем көнө

- Был биҙәүес әйбере – Әбйәлил селтәре. Уны әсәйем - Ҡотлоғәлләмова Әсмә Әҡсән ҡыҙы 1949-1950 йылдарҙа эшләгән.  Мөнирә өләсәйем, әсәйем Әсмә гел бейеп йөрөгәс, Үтәгән ауылынан бер һарыҡҡа иҫке генә ике селтәр һатып ала. Шул ике селтәрҙе бергә ҡушып, ошо селтәрҙе эшләй. Тәңкәләре таҙа көмөш. Уларҙы өләсәйем кулактарҙан йәшереп, йыйып алып ҡалған. Ерлеге - ҡатлы материал, тәңкәләре ауыр булғас, шулай ҡатлап эшләгән, тышлығы ҡыҙыл. Ҡара атлас камзулы ла шау тәңкә, уныһын Субан ауылынан (Рыҫҡужа) бер инәй тегеп биргән. Әйткәндәй, быйыл селтәрҙең эшләнеүенә илле йыл тулды. Ҡулымдағы беләҙектәрҙе 1956 йылда Әбйәлил районының Үтәгән ауылының бер оҫтаһы һуҡҡан. Өләсәйем ике ҡыҙына ла көмөш беләҙек һуҡтырып алған. Уның биҙәүес әйберҙәре нәҫелдән-нәҫелгә тапшырыла килә, - ти Алһыу Хисмәтулла ҡыҙы.

Хоҙайбирҙин урта мәктәбе директоры Алһыу Ишкинина ла Милли кейем көнө уңайынан иғлан ителгән акцияға ҡушыла.

 

- Был биҙәүес әйбере – Әбйәлил селтәре. Уны әсәйем - Ҡотлоғәлләмова Әсмә Әҡсән ҡыҙы 1949-1950 йылдарҙа эшләгән.  Мөнирә өләсәйем, әсәйем Әсмә гел бейеп йөрөгәс, Үтәгән ауылынан бер һарыҡҡа иҫке генә ике селтәр һатып ала. Шул ике селтәрҙе бергә ҡушып, ошо селтәрҙе эшләй. Тәңкәләре таҙа көмөш. Уларҙы өләсәйем кулактарҙан йәшереп, йыйып алып ҡалған. Ерлеге - ҡатлы материал, тәңкәләре ауыр булғас, шулай ҡатлап эшләгән, тышлығы ҡыҙыл. Ҡара атлас камзулы ла шау тәңкә, уныһын Субан ауылынан (Рыҫҡужа) бер инәй тегеп биргән. Әйткәндәй, быйыл селтәрҙең эшләнеүенә илле йыл тулды. Ҡулымдағы беләҙектәрҙе 1956 йылда Әбйәлил районының Үтәгән ауылының бер оҫтаһы һуҡҡан. Өләсәйем ике ҡыҙына ла көмөш беләҙек һуҡтырып алған. Уның биҙәүес әйберҙәре нәҫелдән-нәҫелгә тапшырыла килә, - ти Алһыу Хисмәтулла ҡыҙы.


"Камзулды минең өләсәйем Мәрғүбә Йыһангир ҡыҙы теккән. Заманында яҡын тирәлә унан оҫта тегеүсе булмаған. Өләсәйем Амангилде ҡыҙы булған. Атаһы Йыһангир бай 14 йәшендә теген машинаһы алып биргән. Тегеүгә бөтә күңелен бирә ине. Олоғайған көнөндә лә ташламаны шул эшен. Нисек энә һапланы икән тип аптырайбыҙ хәҙер. 82 йәштә гүр эйәһе булды. Һуңғы 2-3 йылда тегенмәгәндер. Машинкаһы әле лә шатырлатып тегеп ултыра. Боронғо "Зингер". Әсмә апай йәштән һылыу булды, ҡартайғансы төҫ ташламаған. Күңеле матур кеше матур ҡартая тиҙәр, дөрөҫтөр", - тип яҡташтары тураһында тйылы һүҙҙәре менән уртаҡлаша Сәрбиямал Ихсанова.

Милли кейем көнө
Милли кейем көнө
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: