Мораҙым
+28 °С
Облачно
МӘҘӘНИӘТ
16 Августа 2021, 09:16

Шәһит Хоҙайбирҙин тураһында фильм төшөрөлә

Быйыл беҙҙең яҡташыбыҙ, билдәле дәүләт эшмәкәре, журналист Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 125 йыл тула. Ағымдағы йылдың апрелендә билдәле яҡташыбыҙҙың юбилейына арнап район мәҙәниәт һарайының халыҡ театры режиссеры Фәймә Аҡъюлова етәкселегендә тарихи фильм төшөрөлә башланы, фильмдың операторы - Әсҡәт Әлимғолов. Фильмды төшөрөү эштәре дауам итә. Кинокартинаның актерҙары – Хоҙайбирҙин ауылы кешеләре. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ысын артистар тиерһең, һәр береһе үҙ ролен оҫта итеп башҡара.

Шәһит Хоҙайбирҙин тураһында фильм төшөрөләШәһит Хоҙайбирҙин тураһында фильм төшөрөлә
Шәһит Хоҙайбирҙин тураһында фильм төшөрөлә

Быйыл беҙҙең яҡташыбыҙ, билдәле дәүләт эшмәкәре, журналист Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 125 йыл тула.   Ағымдағы йылдың апрелендә билдәле яҡташыбыҙҙың юбилейына арнап район мәҙәниәт һарайының халыҡ театры режиссеры Фәймә Аҡъюлова етәкселегендә тарихи фильм төшөрөлә башланы, фильмдың операторы - Әсҡәт Әлимғолов. Фильмды төшөрөү эштәре дауам итә.   

 Кинокартинаның актерҙары – Хоҙайбирҙин ауылы кешеләре. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ысын артистар тиерһең, һәр береһе үҙ ролен оҫта итеп башҡара.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас