Был һорауҙы мин үҙемә күптән биреп, шуға яуап табырға тырышам, тик һорауым яуапһыҙ ҡала. Моғайын, гармун менән бәләкәйҙән дуҫ булып, уны үҙенең ғүмерлек юлдашы иткән, өлкәнәйгән көндә лә уның моңонан айырылмаған гармунсылар ҙа үҙҙәренә ошо һорауҙы ҡабат-ҡабат бирәләрҙер.
Ошо урында мин шағир һәм ғалим Рәшит Шәкүрҙең “Сыңрау торналар иле” китабынан бер өҙөккә туҡталғым килә: “Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарын гармундан башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Башҡорттар уны күптән үк үҙенең милли музыка ҡоралы тип иҫәпләй. Ул беҙҙең тормошобоҙға бик тәрән үтеп ингән. Башҡортостандың һәр бер төбәгендә киске уйындар йәки йыйын, һабантуйҙар булһынмы, мәжлес йәки байрам кисәһеме – ҡурай, мандолина, скрипка менән йәнәш һәм хатта йышыраҡ та гармун тауышы яңғырай. Ауыл кистәре гармун моңона күмелеп торор булған. Фәҡәт гармун өсөн, дөрөҫөрәге, гармунсылар ижад иткән “Ауыл көйө”, “Урам көйө”, таҡмаҡ йәки бейеү көйҙәре хәҙер бик күп ауылдарҙа һағынып һөйләргә генә ҡалып баралыр, күрәһең. Рәмил Сурағоловтың “Моңдар ҡайтһын ауылға” исемле шиғыры ошо хаҡта һөйләй.
Телһеҙ ҡалған гармундар...
Шулай тип өҙгөләнә шағир йөрәге. Ауыл яҙмышы, ауылда үҫкән быуындар, тотош халыҡ яҙмышы сағыла был йырҙа”.
Рәшит Шәкүрҙең был һүҙҙәре йөрәкте телеп үтә, сөнки тиҫтә йылдар инде гармундар телһеҙ ҡалған ауылдарҙа йәшәйбеҙ.
“Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң?
Моң ҡайҙа һуң, әйт, урам?”
Моңһоҙ ауылдарҙа йәшәп, үҙебеҙ ҙә моңһоҙға әйләнеп барабыҙ түгелме? Аулаҡ өйҙәрҙә, байрам кисәләрендә, туйҙарҙа гармун иң ҡәҙерле төп ҡунаҡ булып, йорттоң түрендә урын алыр ине. Ә хәҙер ауылдың йәме, моңо булған гармундар тынған, гармунсылар ҙа һирәгәйә. Мин ҡырҡлап ҡына йорттан торған данлыҡлы Туйөмбәт ауылында кистәрен һис тынмаған гармун моңдарын тыңлап үҫтем. Малай саҡта уҡ ауылдың оҫта гармунсыларының уйнауына һоҡланып, улар яңғыратҡан моңдарҙы тын да алмай сәғәттәр буйына тыңларға ла риза булып, гармун телдәре буйлап етеҙ йүгергән бармаҡтарына ҡарап хайран ҡалып, улар һымаҡ оҫта өйрәнгем килеп ултыра торғайным. Атай-әсәйем дә был ынтылышымды һиҙеп, Троицк баҙарынан 52 тәңкәгә регистрлы өр-яңы Тула гармунын (уны хромка ти торғайныҡ) алып ҡайтып бирҙеләр. 6-сы класта ғына уҡый инем, бик йәһәт өйрәндем. Ул осорҙа беҙҙең ауылда иң оҫта гармунсы Әхәт ағай Азаматов ине. Фәтих Азаматовтың Туйөмбәт ауылы тарихына бағышланған “Ата-бабам баҡҡан ер” китабында (1999 йыл) ошо атаҡлы гармунсы тураһында бынан ниндәй юлдар бар: “Әхәт бала сағынан музыкаға тартылып, гармун уйнарға әүәҫ булды. Йәштәрҙе клубта бейетеүсе лә ул ине. Шуның өсөн дә уға “гармунсы Әхәт” тигән исем бирелде. Ошо урында шағир Рәшит Шәкүрҙең “Ленинсы” гәзитендә 1986 йылдың 10 июнендә баҫылған мәҡәләһен килтереү зыян итмәҫ. “Быйылғы тальян гармун байрамы мине, - тип яҙа шағир, - республикабыҙ таланттарының береһе – гармунсы Әхәт Азаматов менән осраштырҙы... Музыканттар, минеңсә, ғәжәп теремек халыҡ. Әхәт ағай ҙа, тулы ғына кәүҙәле һәм өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ысынлап та, тынғыһыҙ тәбиғәтле кеше булып сыҡты. Уның үҙе уйнап, үҙе йырлауы ла матур яңғырай. Ҡалын һәм яғымлы бәрхәт тауышлы, нәҡ ауылса итеп өҙҙөрөп уйнай ул. Уның моңға әүәҫлеге тыуған ауылында үткән үҫмер саҡтарынан, йәшлек йылдарынан башлана. Үҙенә тальян гармунды 1961 йылда бер ҡарттан яһатып ала. Бына 25 йыл инде шул гармунды йөрөтә”.
Фәтих ағай китабында артабан дауам итә: “Әхәттең гармунсы даны бөтә илгә билдәле, тиһәм, яңғылыш булмаҫ. Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә 40 йыл тулыуға арналған Бөтә Союз смотрында уға лауреат миҙалы тапшырҙылар. 1986 йылда “Тальян гармун” смотрында лауреат булды. 1988 йылда Әхәт Азаматовҡа “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеме бирелә”.
Әхәт ағай уҡытыусы, директор булып (ул юғары белемле педагог) күрше районда эшләһә лә, тыуған ауылы Туйөмбәткә ғаиләһе менән йыш килә торғайны. Атайымдың бер туған ҡустыһы Бәҙамша ағайым менән әхей (әхей – иң яҡын дуҫ тигәнде аңлата) булдылар, килгәндә йыш ҡына уларға һуғылыр ине. Тальянынан бер ҡасан да айырылманы, миңә уның өҙҙөрөп уйнап, үҙе йырлауын күп тапҡырҙар ишетергә тура килде. Һоҡланғыс тальянсы ине ул.
Ауылда шулай уҡ Ғәлийән ағай Сәлимов та оҫта гармунсыларҙың береһе булды.Бер мәжлес тә уның гармун моңонан башҡа үтмәгәндер. Үҙе уйнап, үҙе йырлауы бер кемде лә битараф ҡалдырмай, шул тиклем моңло тауышлы ине. Бигерәк тә “Ғәлиәбаныу”ҙы өҙҙөрөп уйнап, үҙе ҡушылып йырлауына бөтәһе лә таң ҡала торғайны.
Туйөмбәт ауылы ике киҫешкән урамдан тора, дүрт осоноң да үҙ исемдәре булды: Ярсыҡ яғы (бында Эйек яры буйында беҙҙең өй урынлашҡан ине), Үрге яҡ, Түбәнге яҡ һәм Упшы яғы (ферма, мал һарайҙарының общий дворы яғын шулай тип атанылар), ул яҡта клуб урынлашҡан. Ауылда тиҫтәнән артыҡ гармунсы булды, һәр береһендә гармун. Шәмбе – клубта уйын көнө, күҙ бәйләнер мәл еткәс тә ауылдың дүрт осонда ла гармун тауыштары яңғырай башлай. Үрге яҡтан иң тәүҙә гармунын һуҙып тартып Урал ағай Һөйөндөков сыға һәм ауылды моңға күмә ине. Мине гармунға өйрәтеүсе ул булды, әле һаман да гармунын ҡулынан төшөрмәй. Уның артынан гармунын ҡосаҡлап күршеһе Закир Кәримов эйәрә. Уларҙың моңдарын ишетеү менән Ярсыҡ яғынан гармунымды ҡулға алып, күрше Рифүл ағай Ишкининды эйәртеп, мин ауыл уртаһына ыңғайлайым. Түбәнге яҡтан Нафиҡ Бикҡолов, ағалы-ҡустылы Хәйҙәр, Мәрүәт, Әхәт Айбасовтар килеп ҡушыла. Ике урам киҫешкән ерҙәге кәртә янында йығылған оҙон тирәк ята. Клуб яғына ыңғайлағанға тиклем шул тирәк өҫтөнә ултырып, бер-беребеҙҙе көтәбеҙ, көйҙәрҙе парлайбыҙ. Ә клуб яғында инде күптән гармундарын аҫып, беҙҙе Ринат, Ривал Азаматов, Данил Иҫәнгилдин көтә. Клубта уйын ҡыҙыңҡырағас, өлкәренәк гармунсылар килеп инә - Марат Ҡотлогилдин, Рафаил Аҡбәров ағайҙар. Хатта өйөндә ултырып түҙмәй, Ғәлийән ағай ҙа килеп, уйнатып-бейетеп китер ине.
Мин өҫтә телгә алып киткәндәр – ауылдың оҫта гармунсылары. Ә инде клубта бейетеү дәрәжәһенә етмәгән, йәки был уйын ҡоралында уйнарға өйрәнә генә башлағандар, йә “бысҡылдатыуҙан” ары китмәгәндәр һәр йортта бар ине.
Бер кемдә йоҡларға ҡамасаулайһығыҙ, тип беҙҙе тыйып шелтәләмәне, хатта бер инәй: “Һеҙ сығып урамдан уйнап үтмәһәгеҙ, мин йоҡлай алмайым. Гармун тауышына рәхәтләнеп йоҡлап китәм”, - ти торғайны. Әллә ысынды әйткән, әллә шаярып.
Гармун көйҙәре аҫтында бәләкәйҙән моңға сорналып үҫкәнгәме, ҙур булмаған ауылдан ике кеше район кимәлендә үткәрелгән гармунсылар бәйгеһендә еңеү яуланы. 1995 йылда ошо юлдарҙың авторы еңеүсе булһа, бер нисә йылдан Мәрүәт Айбасов “Иң оҫта гармунсы” исеменә лайыҡ булды. Бындай бәйгеләрҙә ҡатнашаһалар, Ғәлийән Сәлимов, Урал Һөйөндөков ағайҙар ҙа тәүге урындарҙы һис һүҙһеҙ алырҙар ине, сөнки уларҙың уйнау оҫталыҡтарына үҙем шаһит.
1970 йылда институт тамамлап Хоҙайбирҙин ауылына эшкә килгәс тә, үҙемдең төп уҡытыусылыҡ эшенән башҡа, үҙешмәкәр сәнғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша башланым. Мин инде Стәрлетамаҡта уҡыу осоронда баянда уйнарға өйрәнгәйнем, хатта Башҡортостан телевидениеһында студенттар менән концерт та ҡуя торғайныҡ. Ә Хоҙайбирҙин ауылында мәҙәни тормош ҡайнап тора ине: йырсылар ҙа күп, спектаклдәр ҡуябыҙ, бейеү түңәрәге бик көслө эшләй. Район күләмендәге бер смотр-конкурстарҙан да ситтә ҡалманыҡ, күп тапҡыр призлы урындар яуланыҡ.
Мине бигерәк ҡыуандырғаны – ауылда гармунсыларҙың күп булыуы. Мәктәптә лә, ауыл мәҙәниәт йортонда ла музыка уйын ҡоралдарының ниндәйе генә юҡ: гармун, баян, мандолина, хатта рояль дә бар ине. Ауылдың күп гармунсылары менән сәхнәләрҙә сығыштар яһарға тура килде. Һүҙем шулар тураһында.
Ауылдың иң оҫта гармунсыһы тип Фәхри Байғазин ағайҙы һөйләйҙәр. Миңә уны күрергә насип булманы, ул 1968 йылда фажиғәле һәләк булған, уның оҫталығы тураһында әле лә хәтерләйҙәр. Ә Фәхри ағай гармунда уйнарға икенсе оҫта – Минәхмәт Маннановтан өйрәнгән икән, ул да заманында ауылдың оҫта гармунсыһы булған, тиҙәр. Атаһы Фәхри ағайға оҡшап улы Илшат Байғазин да бик оҫта уйнай. 2001 йылда ул район гармун бәйгеһендә гран-при яуланы, шиғырҙар яҙа, йырҙар ижад итә. Бер нисә йыры Ғәзим Ильясовтың репертуарында ныҡлы урын алған.
Хөсәйен Искәндәров, Ришат Ямғоров ағайҙар бик оҫта тальянсылар булып танылдылар. Өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар ауылдағы һәм райондағы бер мәҙәни сараларҙан да ситтә ҡалманылар. Өфөлә уҙған “Тальян гармун” сараһында ла ҡатнашып ҡайттылар.
Әбүғәле ағай Аҙнағолов гармунда бик үҙенсәлекле, өҙҙөрөп ауылса уйнай ине. Уның менән булған бер ҡыҙыҡ хәлде һөйләп үтәйем. Бер мәжлестә бергә булырға тура килде. Ул да, мин дә уйнаным, йырлашып та алдыҡ. Бер быуа тын алып ултырғанда Әбүғәле ағай әйтеп ҡуйҙы: “Салауат мырҙа, бик матур уйнайһың. Мин һиңә ауылда гармунсылар араһында өсөнсө урынды бирәм. Ә беренсе урынға Фәхри ағайҙы ҡуям, уның уйнауына еткән кеше юҡ”. Мин һорарға булдым: “Икенсе урында кем һуң?” Ул тыныс ҡына етди итеп: “Мин үҙем”, - тимәһенме. Бер аҙ көлөшөп алдыҡ. Ул үҙенең баһаһын белгәндер инде. Тик шуныһы үкенесле: миңә Әбүғәли ағайҙың бер тапҡыр ҙа сәхнәлә уйнағанын күрергә тура килмәне. Әллә тартынды, әллә әйҙәүсе кеше булманы – уныһы миңә билдәһеҙ. Бәлки, мин ауылға килгәнсе сыҡҡандыр? Ул сәхнәлә уйнарға лайыҡлы ине!
Камил Ихсанов бик оҫта уйнай ҙа, моңло итеп йырлай ҙа ине. Хәҙер сәхнә һәм залдарҙы гармун моңона күмерлек был оҫталарҙың береһе лә юҡ инде, уларһыҙ сәхнә лә бушап ҡалды.
Шулай ҙа беҙҙән йәшерәк гармунсылар ауылда бар әле: үҙенең уйнағанына ҡушылып бик моңло йырлаған Тәлғәт Яппаров, Шамил Күсәрбаев, Рәмил Әмиров, үҙешмәкәр композитор Харрас Байғазин, Хөсәйен ағайҙың улы Рәшит Искәндәров (Өфөлә йәшәй, медицина фәндәре кандидаты, күҙ табибы), Салауат Бикҡужин, Азат Ихсанов, ситтә йәшәгән Рәфис Зәйнәғәбдинов, Рим Казбулатов. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың да уйнауы ҡыуандыра: Резеда Казбулатова, Гөлназ Абайҙуллина ауылдың гармунсылар ансамбле составында уйнап, районда ла сығыш яһағандары бар, приздар ҙа алдылар. Тик һанап киткән гармунсыларҙың күптәре төрлө сәбәптәр арҡаһында сәхнәгә сыҡмай, унда сығыш яһарға булһа, 2-3 гармунсынан артығын табыуы ҡыйын.
Ә урамдан элекке һымаҡ гармун һуҙып уйнап үтеүселәр бөтөнләй юҡ, хатта туйҙар ҙа гармунһыҙ үтә. Р.Сурағолов әйтмешләй, тик “таҫмаларҙан, эй, ағыла ят моңдар”. Ауыл гармун моңона һыуһаған. Район кимәлендә гармунға һәм гармунсыларға иғтибар юҡ тип әйтеп булмай. Билдәле гармунсы һәм баянсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәлит Мусин иҫтәлегенә “Гармун моңо” бәйгеһе үткәрелеп килә. Был бәйгелә бик күп гармунсыларҙың һәләте баһаланды, исемдәре асыҡланды. Тик һуңғы йылдарҙа был ярыштың бәҫе, сәме түбәнәйгән һымаҡ тойола. Һайлап алыу тейешле кимәлдә үткәрелмәй, шуның өсөн уйналған көйҙәр репертуарына иғтибар юҡ. Гармунсылар тапалған урам, мәжлес көйҙәрен уйнауҙан ары китә алмайҙар, хатта бер үк көйҙө 5-6 гармунсы башҡарһа ла, был шулай тейеш тип ҡабул ителә. Башҡорт халыҡ көйҙәре, һирәк яңғыраған көйҙәр бөтөнләй уйналмай, ярыштың шарты тейешле кимәлдә аныҡланмай һәм еренә еткереп үтәлмәй. Был бәйге үҙ ағышына ҡуйылғанға оҡшай.
Мин үҙем 1996 йылда “Абдрахман” башҡорт халыҡ көйөн уйнап еңеүсе булдым. Ғәзим Ильясов ярыштан һуң яныма килеп (ул жюри составында булғандыр): “Был көйҙө гармунда ла уйнап була икән!” – тигәне һаман хәтерҙә.
Гармунда башҡорт халыҡ көйөн башҡарыуҙы бәйгенең үтәлергә тейешле мотлаҡ бар шарты итергә кәрәктер ул.
Ярышта шулай уҡ профессиональ музыканттарҙың да ҡатнашыуы ауылда үҙаллы, бер ниндәй нотаһыҙ өйрәнгән халыҡ таланттарын өркөткән, ҡурҡытҡан кеүек. Ябай ауыл гармунсыһы улар менән тиң рәүештә ярыша алмайҙыр ул? Шул арҡала күпме оҫта, халыҡсан итеп уйнаусылар сәхнәгә сыға алмай ҡала.
Ишеткәйнем, ниндәйҙер районда “Үҙем уйнап, үҙем йырлайым” тигән конкурс-бәйге ойошторола икән. Ошондай ярышты беҙҙә лә үткәрергә булалыр ул? Үҙе уйнап, үҙе йырлаусылар һәр ауылда бар, уларҙы табып, ойошторорға ғына кәрәк. Гармунды популярлаштырыуға, юҡҡа сыға барған, моңо тына барған был музыка ҡоралын юғары бейеклектәргә күтәреүгә табан бер аҙым булыр ине.
Хатта профессиональ сәхнәләрҙә сығыш яһаған профессиональ йырсыларҙың да да концерттарында тере тауышлы гармунға ҡушылып йырлау һирәк күренеш була бара, күберәген “даңғыр-доңғор” килгән “минуслы” фонограммаға эйәреп йырлау таралған.
Һөйөү булып моңдар ҡайтһын
тип ошо юлдар авторы моңһоу күренеште һүрәтләп биргәндән һуң, ауылдарға гармун моңоноң әйләнеп ҡайтыуына өмөт уяна. Х.Әйүп һүҙҙәренә З.Хәйретдинов яҙған йырҙа ошондай юлдар бар:
Сыңлаһын гармун, моңланһын гармун,
Айлы кистәрҙә тынмаһын гармун,
Йәрҙәр тырышһын, парҙар ҡауышһын,
Ҡайҙа һуң гармун, ҡайҙа һин, гармун?
Ошо йырҙа яңғыраған һорау яуапһыҙ ҡалмаһын ине!