24 апрелдә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үтә. Республиканың төп медиахолдингы сараны тура эфирҙа күрһәтә. Тимәк, һәр теләгән кеше белемен тикшерә ала.
Диктант өс этапҡа бүленә:
Башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн (11:00-ҙән 11:25-кә тиклем); Башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн (11:30-ҙан 12:00-гә тиклем); Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн ( 12:05-тән 12:30-ға тиклем). Илшат Абдуллин («Бүреләр» төркөмө солисы) - башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн; Эльвира Айытҡолова («Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара союзы президиумы рәйесе) - башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн; Альберт Исмаил (Рок-башҡарыусы, «Исмаил» төркөмөнә нигеҙ һалыусы) – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн. Акцияла ҡатнашыу өсөн https://bashdiktant.ru/ сайтында алдан теркәлергә кәрәк. Интернет аша акцияла ҡатнашыусыларҙың эштәре сайтта шәхси кабинет һәм мобиль ҡушымта аша ҡабул ителә. Трансляция 24 апрелдә 11:00 сәғәттә башлана.
Ҡайҙа ҡарарға: «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, каналдың «ВКонтакте» («Бәйләнештә» ) социаль селтәрендәге төркөмөндә, шулай уҡ «YouTube» видеохостингында.