Мораҙым
+24 °С
Облачно
МӘҘӘНИӘТ
16 Апреля 2021, 18:03

Милли кейем – халыҡтың күңел донъяһын сағылдырған ҡомартҡы

Бөгөн З.Биишева исемендәге паркта Милли кейем көнө уңайынан сағыу тамаша ойошторолдо. Милли кейем – халыҡтың күңел донъяһын, көнкүрешен, милләтенең йәшәү рәүешен, сәнғәтен, тарихын сағылдырған ҡомартҡы. Мәҙәниәт бүлеге ойошторған сарала районыбыҙҙа дуҫ һәм татыу йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең милли кейемдәрен күрергә мөмкин ине. Тәүәкән ауыл мәҙәниәт йортоноң “Күнйәп” фольклор ансамбле һәм башҡа ауыл клубтары хеҙмәткәрҙәре башҡорт, Исем ауылынан килеүселәр рус, Күгәрсендең “Аҡ ҡалфаҡлар” фольклор ансамбле татар, мәҡсүттәр менән арҙаттар мордва халҡының костюмдарын күрһәтте. Паркка йыйылған халыҡ мәҙәниәт эшсәндәренең моңло йырҙарын тыңланы, төрлө күмәк уйындарҙа ҡатнашты, күңел асты.

Бөгөн З.Биишева исемендәге паркта Милли кейем көнө уңайынан сағыу тамаша ойошторолдо.
Милли кейем – халыҡтың күңел донъяһын, көнкүрешен, милләтенең йәшәү рәүешен, сәнғәтен, тарихын сағылдырған ҡомартҡы.
Мәҙәниәт бүлеге ойошторған сарала районыбыҙҙа дуҫ һәм татыу йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең милли кейемдәрен күрергә мөмкин ине. Тәүәкән ауыл мәҙәниәт йортоноң “Күнйәп” фольклор ансамбле һәм башҡа ауыл клубтары хеҙмәткәрҙәре башҡорт, Исем ауылынан килеүселәр рус, Күгәрсендең “Аҡ ҡалфаҡлар” фольклор ансамбле татар, мәҡсүттәр менән арҙаттар мордва халҡының костюмдарын күрһәтте. Паркка йыйылған халыҡ мәҙәниәт эшсәндәренең моңло йырҙарын тыңланы, төрлө күмәк уйындарҙа ҡатнашты, күңел асты.
Читайте нас