2 апрелдә Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылында «Аҡбуҙатта ҡунаҡта» V асыҡ республика балалар һәм үҫмерҙәр ижады фольклор фестивале үтте. Ул 2012 йылдан башлап ике йылға бер тапҡыр үткәрелеп тора.
Быйыл фестиваль ике этапта үтте. Иң тәүҙә “Бәйләнештә” социаль селтәрендә Республика халыҡ ижады үҙәгенең Күмертау ҡалаһы филиалы сәхифәһендә онлайн-режимда һайлап алыу туры уҙғарылды.
Гала-концерт менән еңеүселәрҙе бүләкләү кисә Көйөргәҙе районының “Йәшлек” мәҙәниәт һарайында булды.
Бындай мәртәбәле саранан беҙҙең район бейеүселәре лә ситтә ҡалманы, Илүзә Ниғәмәтуллина етәкләгән “Ҡыпсаҡ” өлгөлө балалар бейеү ансамбле ҡыҙҙары үҙ көсөн һынап ҡараны һәм фестиваль-конкурстың 1-се дәрәжә дипломы менән бүләкләнде. Афарин, ҡыпсаҡтар, еңеүегеҙ менән ҡотлайбыҙ!