Әйләнә лә ҡайта үткәндәргә
Йүгәнһеҙ ҙә генә уйҙарым.
Әйләнә лә йәшлегемә әйҙәй ,
Булмаһа ла ҡайтыу юлдары .
Кисә генә булған кеүек ине ,
Беҙҙең дәртле ,матур , йәш саҡтар.
Елеп кенә үткән ,һиҙмәгәнбеҙ,
Әйтерһең дә,йәшлек - ел - саптар.
Туҡтап торсо ,ваҡыт , ашыҡтырма ,
,,Ҡартлыҡ " тигән ғүмер көҙҙәрен!
Яҡты донъяларҙың бар йәмдәрен,
Күреп туймаған бит күҙҙәрем...
Сәфинә Әхмәтова-Рамазанова