Мораҙым
+17 °С
Облачно
МӘҘӘНИӘТ
25 Марта 2021, 11:00

Яҙ кәйефе бүләк итте матур байрам

25 март – мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө Тормошобоҙҙо уларһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Улар бит тынғыһыҙ эше менән ауыл тормошона йән өрөүсе. Халҡыбыҙҙың үҙенсәлекле йыр-моңдары, бейеүҙәре аша йөрәктәргә дәрт өләшеүсе, күңелдәрҙә матурлыҡ, изгелек тойғолары тәрбиәләүсе рухиәт, мәҙәниәт һаҡсылары – улар. Бөгөн һөнәри байрамдары уңайынан Мораҡ ауыл мәҙәниәт йортонда уҙғарылған тантана ла ошондайыраҡ йөкмәткеле һүҙҙәр менән асылды. Мәртәбәле сараға килгән ауыл хужалығы буйынса район хакимиәте башлығы Михаил Чижков та аҡ теләктәрен, ихлас ҡотлауын мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре адресына юллап, уларҙың һәр эшкә әҙер тороп бөтә ергә өлгөрөүҙәренә, тынғыһыҙ хеҙмәттә һис арыу белмәҫ йәнле булыуҙарына тәрән һоҡланыуын белдерҙе.

25 март – мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө
Тормошобоҙҙо уларһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Улар бит тынғыһыҙ эше менән ауыл тормошона йән өрөүсе. Халҡыбыҙҙың үҙенсәлекле йыр-моңдары, бейеүҙәре аша йөрәктәргә дәрт өләшеүсе, күңелдәрҙә матурлыҡ, изгелек тойғолары тәрбиәләүсе рухиәт, мәҙәниәт һаҡсылары – улар.
Бөгөн һөнәри байрамдары уңайынан Мораҡ ауыл мәҙәниәт йортонда уҙғарылған тантана ла ошондайыраҡ йөкмәткеле һүҙҙәр менән асылды. Мәртәбәле сараға килгән ауыл хужалығы буйынса район хакимиәте башлығы Михаил Чижков та аҡ теләктәрен, ихлас ҡотлауын мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре адресына юллап, уларҙың һәр эшкә әҙер тороп бөтә ергә өлгөрөүҙәренә, тынғыһыҙ хеҙмәттә һис арыу белмәҫ йәнле булыуҙарына тәрән һоҡланыуын белдерҙе.
Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзиә Хөснуллина тантананың төп сәбәпселәрен ихлас ҡотлап, был өлкәләге ҡаҙаныштарҙы барланы, ағымдағы йылда башҡарылаһы эштәрҙе билдәләп үтте.
Намыҫлы хеҙмәте менән айырылғандар диплом, маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары һәм матур бүләктәр менән бүләкләнде.
Хәйер, бүләктең ҡиммәтлеһе алда көтә ине... Артабан сарала ҡатнашыусылар, ҡунаҡтар Мостай Кәримдең “Өс таған” әҫәре мотивы буйынса төшөрөлгән кинофильм ҡарау бәхетенә иреште. Бала саҡ хәтирәләрен иҫкә төшөрөп, хис-тойғолар ҡойонон ҡуҙғытҡан, дөрөҫөрәге - күңелдең аҫтын өҫкә килтергән фильм, ысынлап та, был тантаналы байрам көндө һәр тамашасы өсөн баһалап бөткөһөҙ яҙ бүләге булды.
Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.
Читайте нас