Бөгөн Өфөлә Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан бер төркөм хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләнеләр. Шуныһы ҡыуаныслы: бүләкләнеүселәр араһында Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе директоры Флорида Зәки ҡыҙы Кәримова ла бар. Ул Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән юғары наградаға лайыҡ булды. Флорида Зәки ҡыҙын ихлас күңелдән ҡотлап, киләсәктә тағы ла ҙур уңыштарға өлгәшеүен теләйбеҙ!