Мораҙым
+29 °С
Облачно
МӘҘӘНИӘТ
25 Марта 2021, 04:02

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө. Жанна Ризванова

25 март – Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө“Бейеүсе – һөнәр түгел, бейеүсе булыу –ул һәләт”ти күптәргә үҙенең дәртле һәм осҡон сәсеп торған бейеүҙәре аша таныш булған бейеүсе, Йомағужа балалар сәнғәт мәктәбе хореографы Жанна Ризванова. Жанна Ризванова мәктәпте тамамлағас, 1998 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына уҡырға инә. Белем алып, һөнәр үҙләштергәс, Йомағужаға эшкә ҡайта. Унан инде һөнәри яҡтан тағы ла камиллашыу өсөн Силәбе дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт академияһына ситтән тороп уҡырға инә. Әлеге көндә ул Йомағужа балалар сәнғәт мәктәбенең хореография бүлеге уҡытыусыһы булып эшләй, "Талисман" өлгөгө бейеү ансамблен дә етәкләй. - Бейеү –ул минең өсөн үҙе бер тормош тип яуаплар инем (йылмая). Бейеүсе – һөнәр түгел, бейеүсе булыу –ул һәләт. Тәбиғәттән бирелгән һәләт. Өләсәйем дә, ҡартатайым да уҡытыусылар булһалар ҙа, сәнғәткә ғашиҡ кешеләр ине. Әсәйем дә уҡып йөрөгән саҡта уҡ “Бишбармаҡ” бейеүе менән сәхнәләрҙе гөрләткән. Мин дә, уға оҡшапмы, бик иртә (бәлки нәҡ үҙ ваҡытында-авт.) бейей башланым. Беренсе тапҡыр өс йәшемдә сәхнәгә сығыуым әлегеләй иҫемдә. Әтейем моңло итеп гармунда уйнай торғайны. Ни өсөн бейеүсе булырға уйланыммы? Уйламаным. Мин бейеүсе булыр өсөн тыуғанлығымды бала саҡтан аңлай инем. Мәктәпте тамамлағас та, ҡайҙа барырға тигән һорау мине борсоманы. Һайлаған һөнәремә лә ҡаршы төшөүсе булманы, - ти ул.

Жанна Ризванова мәктәпте тамамлағас, 1998 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына уҡырға инә. Белем алып, һөнәр үҙләштергәс, Йомағужаға эшкә ҡайта. Унан инде һөнәри яҡтан тағы ла камиллашыу өсөн Силәбе дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт академияһына ситтән тороп уҡырға инә. Әлеге көндә ул Йомағужа балалар сәнғәт мәктәбенең хореография бүлеге уҡытыусыһы булып эшләй, "Талисман" өлгөгө бейеү ансамблен дә етәкләй.
- Бейеү –ул минең өсөн үҙе бер тормош тип яуаплар инем (йылмая). Бейеүсе – һөнәр түгел, бейеүсе булыу –ул һәләт. Тәбиғәттән бирелгән һәләт. Өләсәйем дә, ҡартатайым да уҡытыусылар булһалар ҙа, сәнғәткә ғашиҡ кешеләр ине. Әсәйем дә уҡып йөрөгән саҡта уҡ “Бишбармаҡ” бейеүе менән сәхнәләрҙе гөрләткән. Мин дә, уға оҡшапмы, бик иртә (бәлки нәҡ үҙ ваҡытында-авт.) бейей башланым. Беренсе тапҡыр өс йәшемдә сәхнәгә сығыуым әлегеләй иҫемдә. Әтейем моңло итеп гармунда уйнай торғайны. Ни өсөн бейеүсе булырға уйланыммы? Уйламаным. Мин бейеүсе булыр өсөн тыуғанлығымды бала саҡтан аңлай инем. Мәктәпте тамамлағас та, ҡайҙа барырға тигән һорау мине борсоманы. Һайлаған һөнәремә лә ҡаршы төшөүсе булманы, - ти ул.
Читайте нас