Ҡорама ҡорау – халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе ул. Ҡорамаға тотонорға ҡасандыр етешһеҙ тормош, мохтажлыҡ мәжбүр итһә, бөгөн килеп был йола кәсебенә, йола байрамына әүерелеп киткән. Энә, еп һәм иҫке күлдәктәрҙең, яулыҡтарҙың, түшәк-ҡаралтыларҙың арыуыраҡ урындары, күлдәк тектереүҙән ҡалған ҡалдыҡ-боҫтоҡ туҡыма киҫәктәре ярҙамында үҙенсәлекле, милли колоритлы матурлыҡ тыуҙыра халҡыбыҙ.
Ҡорама ул ябай ҡаралты ғына түгел. Ул тотош хәтер юрғаны. Өләсәйҙәребеҙҙең, ҡәртәсәйҙәребеҙҙең яратып кейгән күлдәктәренән һырылған ҡорамалар быуындар хәтерен генә түгел, милли асылыбыҙҙы ла һаҡлар гәүһәрҙәр ул.