Ҡатын-ҡыҙға көслө булыу
Кәрәк түгел,
Һәммәһендә яҡлау көткән
Наҙлы күңел.
Һәр береһе өмөт итә
Мөхәббәткә,
Ышанырға әҙер улар
Әкиәткә.
Тик ысын ир-егет бирер
Ышыҡ, йылы,
Тоғролоҡло, мөхәббәтле
Булыр тылы.
Көслө булмаһын ҡатын-ҡыҙ,
Кәрәк түгел!
Һәммәһендә булһын ғашиҡ,
Хисле күңел.
…Яҡлау күргән ҡатын-ҡыҙҙа
Иҫ киткес көс!
Ҡулланырға ошо көстө
Булмаһын һис…
Ф. Абдуллина.