Мораҙым
-2 °С
Ясно
МӘҘӘНИӘТ
4 Марта 2021, 11:09

Ифрат һәләтле кеше ул Гөлнәзирә апай!

Балалар хәҙер китап уҡымай, кешеләр китапханаға йөрөмәй... Ошондайыраҡ йөкмәткеле һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә һуңғы арала. Ә бына Бикбулат ауылы китапханаһына кесеһе лә, өлкәне лә һис эҙен һыуытмай, сөнки 2003 йылдан бирле бында намыҫлы эш башҡарыусы Гөлнәзирә Кинйәбаева урындағы халыҡтың рухиәтен үҫтереүгә, байытыуға, төрлө быуын вәкилдәрен китап уҡыуға йәлеп итеүгә ҙур тырышлыҡ һала. Тынғыһыҙ йән үҙенең төп эшенән тыш балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто һәм мәктәп менән берлектә матур кисәләр ойошторорға ла өлгөрә, өлкәнерәк йәштәге апай-ағайҙар, инәйҙәрҙе өйҙәренән йолҡоп алып - китапханаға “ҡунаҡҡа” саҡырып, күңелдәрен күрә белә. Уйындар рәүешендә ил тарихы, әҙәбиәт, халҡыбыҙ мәҙәниәте буйынса күптән тоҙлап ҡуйған белемде иҫтәренә төшөрөп, даирәләрен киңәйтеп, һөҙөмтәлә һәр сараның бер өлөшөндә төп иғтибарҙы берәй билдәле шағир, йәиһә яҙыусы ижадына йүнәлтә һәм шул рәүешле башҡорт, рус, сит ил әҙәбиәтен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уята. Бына ниндәй нескә психолог, һәр нимәгә ижади ҡарашлы, һәләтле хеҙмәткәр ул Гөлнәзирә апай!

Добавить в предпочтительные источники Google
Балалар хәҙер китап уҡымай, кешеләр китапханаға йөрөмәй... Ошондайыраҡ йөкмәткеле һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә һуңғы арала.
Ә бына Бикбулат ауылы китапханаһына кесеһе лә, өлкәне лә һис эҙен һыуытмай, сөнки 2003 йылдан бирле бында намыҫлы эш башҡарыусы Гөлнәзирә Кинйәбаева урындағы халыҡтың рухиәтен үҫтереүгә, байытыуға, төрлө быуын вәкилдәрен китап уҡыуға йәлеп итеүгә ҙур тырышлыҡ һала. Тынғыһыҙ йән үҙенең төп эшенән тыш балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто һәм мәктәп менән берлектә матур кисәләр ойошторорға ла өлгөрә, өлкәнерәк йәштәге апай-ағайҙар, инәйҙәрҙе өйҙәренән йолҡоп алып - китапханаға “ҡунаҡҡа” саҡырып, күңелдәрен күрә белә. Уйындар рәүешендә ил тарихы, әҙәбиәт, халҡыбыҙ мәҙәниәте буйынса күптән тоҙлап ҡуйған белемде иҫтәренә төшөрөп, даирәләрен киңәйтеп, һөҙөмтәлә һәр сараның бер өлөшөндә төп иғтибарҙы берәй билдәле шағир, йәиһә яҙыусы ижадына йүнәлтә һәм шул рәүешле башҡорт, рус, сит ил әҙәбиәтен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уята. Бына ниндәй нескә психолог, һәр нимәгә ижади ҡарашлы, һәләтле хеҙмәткәр ул Гөлнәзирә апай!
Үткән йылда пандемия шарттарында ла эшһөйәр зат әмәлен тапты. Онлайн режимында викториналар, төрлө ижади бәйгеләр үткәрҙе. “Аяуһыҙ сиргә һылтанып, ниндәй намыҫ менән хөрмәтле яҡташыбыҙҙы иҫкә алмайһың”тип, билдәле яҙыусы Шакир Янбаев иҫтәлегенә айлыҡ иғлан итеп, ауылдың китап һөйөүселәре менән шәхестең бар тормош һәм ижад юлына байҡау яһанылар, башҡорт әҙәбиәтенең саф өлгөләре булған әҫәрҙәренә йәнә күҙәтеү эшләнеләр. Бер классиктың да, замандаш әҙиптең дә юбилейы иғтибарҙан ситтә ҡалманы, БДУ профессоры, һөйөклө яҙыусыбыҙ Мирас Иҙелбаевтың 75 йәше лә ҙурлап билдәләнде.
Яңы, 2021 йылға аяҡ баҫыу менән, мәктәп уҡыусылары өсөн китапхана эргәһендә саф һауала төрлө уйындар ойошторолдо. Ә китапханала үткән “Һаулыҡҡа илткән юлдар” тип исемләнгән сәләмәтлек сәғәте һау-сәләмәт тормош алып барыусыларҙы берләштерҙе. 1 мартта Башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан уҙғарылған “Ғаилә – туған тел һаҡсыһы” сараһында ауылдың әүҙемдәре, изгелекле әсәләре, уңған хужабикәләре “Өлгөрҙәр” һәм “Состар” командаларына бүленеп, зирәктәр уйынында көс һынашты.
“Өләсәйем һандығы” кеүек, быуындар күсәгилешлеген сағылдырыуға ҡоролған, халҡыбыҙҙың милли йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен быуындан-быуынға тапшырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған рухлы саралар айырыуса ҡыҙыҡлы, матур үтә бында. Сабыйҙар йөрәгендә, йәш быуында туған телгә, тыуған төйәккә тәрән ихтирам, мөхәббәт тәрбиәләүҙә ысын рухиәт һаҡсыһы – Гөлнәзирә апайҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Читайте нас