Мораҙым
+16 °С
Ясно
МӘҘӘНИӘТ
1 Марта 2021, 07:34

Миҙгелдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың төҫө

Ҡатын-ҡыҙһыҙ ерҙә йәшәү юҡтыр,Ҡатын-ҡыҙһыҙ ут та өшөтөр...

***
Миҙгелдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың төҫө-
Алһыу гөлгә тиртеп тулышҡан.
Таң ысығы йөҙөн сафландырып,
Нурын алып үҫкән ҡояштың.

Миҙгелдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың төҫө-
Һутланып та бешкән еләктәр.
Тамылйырға торған сейәләрҙәй
Ирендәре наҙлап иркәләр.

Миҙгелдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың төҫө -
Мөхәббәтле ҡыҙыл раузалар.
Һаҡһыҙ ҡағылмағыҙ күңеленә,
Сәнскеләре менән язалар.

Миҙгелдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың төҫө-
Туҙғанаҡтай сәскә сал төшөр.
Ҡатын-ҡыҙһыҙ ерҙә йәшәү юҡтыр,
Ҡатын-ҡыҙһыҙ ут та өшөтөр.
Читайте нас