Мораҙым
+25 °С
Облачно
МӘҘӘНИӘТ
2 Февраля 2021, 11:54

Исем ауылы тураһында риүәйәт

Исем ауылының килеп сығышы тураһында халыҡта үҙенсәлекле риүәйәт йәшәй. Имеш, борон-борон заманда, Оло Эйек буйында бер ҡарт менән ҡарсыҡ йәшәгән. Балыҡ тотоп, һунар итеп көн иткәндәр, ти. Берҙән -бер көндө бабай балыҡҡа барғанда йылға буйында ниндәйҙер төргәккә юлыға. Яҡыныраҡ барып ҡараһа, бала икән. Йоҡлап ятҡан сабыйҙы ҡарт һаҡ ҡына күтәреп өйгә алып ҡайтҡан. Ҡарсыҡ менән ҡарт күктән төшкән бәхеттер тип, баланы яратып, үҙ итеп ҡабул иткән. “Исеме кем икән һуң?” тип уйланған әбей. Шулай көнө буйы уйлап-уйлап йөрөй торғас, балаға Исем тип исем ҡушырға булғандар. Малай ай үҫәһен көн үҫеп тигәндәй, ир еткә, өйләнгән, йылға буйында өй һалып сыҡҡан. Тора-бара улар төпләнгән төбәк үҫеп, ауыл хасил булған...

Читайте нас