Мораҙым
+9 °С
Ясно
МӘҘӘНИӘТ
18 Января 2021, 12:55

Ижад – уның талмаҫ ҡанаты

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен район тормошон йәнләндереүсе, Күгәрсенде республика кимәлендә таланттар төйәге итеп танытыусы, беҙҙе көндәлек мәшәҡәттәребеҙҙән бер аҙға ғына булһа ла арындырып, йыр-моң донъяһына сумдырыусы тип атарға булыр ине. Уларҙың береһе – район мәҙәниәт бүлеге менеджеры Альбина Мөҙәрис ҡыҙы Григорьева ошо көндәрҙә үҙенең күркәм юбилейын билдәләне. Иртөбәк ауыл биләмәһенә ҡараған Түләбай ауылында тыуған Альбина Мөҙәрис ҡыҙы бала саҡтан уҡ йыр-моңға әүәҫ була. Тыуған ауылында китапханасы, район мәҙәниәт бүлегендә методист, үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры булып эшләгәндән һуң, хеҙмәт юлын йәнә мәҙәниәт бүлегендә дауам итә. Район кимәлендә үткән күп мәҙәни сараларҙа алып барыусы ла, уларға программа төҙөүсе лә, сценарий яҙыусы ла ул! Бынан тыш, программалар төҙөү, клуб хеҙмәткәрҙәренә методик ярҙам күрһәтеү ҙә уның бурысы. Альбина Мөҙәрис ҡыҙы – ижади шәхес. Уның күп шиғырҙары беҙҙең “Мораҙым” гәзите биттәрендә донъя күрҙе. 2019йылда ул З.Биишева исемендәге әҙәби премияға лайыҡ булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен район тормошон йәнләндереүсе, Күгәрсенде республика кимәлендә таланттар төйәге итеп танытыусы, беҙҙе көндәлек мәшәҡәттәребеҙҙән бер аҙға ғына булһа ла арындырып, йыр-моң донъяһына сумдырыусы тип атарға булыр ине. Уларҙың береһе – район мәҙәниәт бүлеге менеджеры Альбина Мөҙәрис ҡыҙы Григорьева ошо көндәрҙә үҙенең күркәм юбилейын билдәләне.
Иртөбәк ауыл биләмәһенә ҡараған Түләбай ауылында тыуған Альбина Мөҙәрис ҡыҙы бала саҡтан уҡ йыр-моңға әүәҫ була. Тыуған ауылында китапханасы, район мәҙәниәт бүлегендә методист, үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры булып эшләгәндән һуң, хеҙмәт юлын йәнә мәҙәниәт бүлегендә дауам итә.
Район кимәлендә үткән күп мәҙәни сараларҙа алып барыусы ла, уларға программа төҙөүсе лә, сценарий яҙыусы ла ул! Бынан тыш, программалар төҙөү, клуб хеҙмәткәрҙәренә методик ярҙам күрһәтеү ҙә уның бурысы.
Альбина Мөҙәрис ҡыҙы – ижади шәхес. Уның күп шиғырҙары беҙҙең “Мораҙым” гәзите биттәрендә донъя күрҙе. 2019йылда ул З.Биишева исемендәге әҙәби премияға лайыҡ булды.
Читайте нас