Зөлфиә Ниязбәк ҡыҙы Хәйбуллинаның ижад емештәре беҙҙең район гәзитендә генә түгел, республика баҫмаларында ла даими донъя күреп бара. Оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡәләмгә ныҡлап тотона һәм 2013 йылда үҙнәшер менән “Бәхетлемен” тип аталған тәүге шиғри йыйынтығын баҫтыра. Икенсе китабы “Был ергә мин юҡҡа килмәгәнмен” тип исемләнгән. Унда ла Зөлфиә апайҙың ҡыҙының үҙнәшер шиғырҙары урын алған. “Күгәрсенем –алтын бишегем”, “Яралы яҙмыштар”, Театр йылына арналған “Театр –ул тормош, театр – ул йәшәйеш” тигән йыйынтыҡтары ла ауылдаштары, уның ижады менән ҡыҙыҡһыныусылары тарафынан юғары баһаланды.
“Үрген йәйләүендә йәшәүселәрҙең хәтирәләре” китабына иһә ул тәүге уҡытыусыһының, шул ауылда йәшәгәндәрҙең хәтирәләрен туплаған, 2020 йылдың көҙөндә генә донъя күргән “Тылсымлы балдаҡ” китабына иһә уның шиғырҙары, китапҡа исем биргән хикәйәһе ингән.
Ябай ғына ауыл уҡытыусыһының күңелендә урғып-ташып торған хис-тойғолар, тыуған яғына, ауылдаштарына, дуҫтарына, ер-һыуына булған мөхәббәте, бала саҡ хәтирәләре шиғыр булып тыуа.
Ысынлап та, Күгәрсен ере кеүек матур төбәктә тыуып үҫеп тә, шиғриәткә, сәнғәткә ғашиҡ булмау мөмкин түгелдер. Сөнки матур тәбиғәте, күҙ ҡамаштырыр аллы-гөллө сәскәле яландары, урмандары, ҡырҙары, тулҡынланып ятҡан иген баҫыуҙары, күҙ йәшендәй саф шишмәләре, йылғалары, хеҙмәт һөйгән кешеләре менән дан тотҡан был төбәк кешегә һүнмәҫ-һүрелмәҫ илһам бирәлер.
Профессиональ шағир-яҙыусыларҙан айырмалы рәүештә, Зөлфиә апайҙың шиғриәте әллә ни киң даирәле түгел, яңы образдар ҙа асмай ул, әллә ниндәй фәлсәфәгә төшөп китмәй, бөйөк уйланыуҙарға ла ҡоролмаған шиғырҙары, яңы темалар ҙа күтәрәм тип баш ватмай. Ул ни бары күңел кисерештәрен, донъяны, тормошто нисек ҡабул итмешен һала шиғыр юлына. Һәм нәҡ ошо ябай хистәр ауаздашлығы менән уҡыусылар күңеленә үтеп инә. Уның шиғырҙарында ябайлыҡ өҫтөнлөк итә.
Район ерлегендә йәшәп, ошонда ижад иткән шәхес булараҡ, Зөлфиә Ниязбәк ҡыҙының хеҙмәте, ижад емештәре тейешле баһаға лайыҡ.