“Тормош менән аралар боҙолған саҡтарҙа, көн яҡтыһы күҙгә күренмәҫ булғанда, ҡапыл иҫемә төшә: донъяла йыр бар бит әле” тип яҙған Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәрим.
Ысынлап та, үҙен саф башҡорт тип тойған һәр кем күңеле менән йыр-моңға ғашиҡ. Сөнки йыр борон-борондан килгән тормош юлдашы, атай-олатайҙарыбыҙ ҙа, өләсәй-апайҙарыбыҙ ҙа күңелендә булған хис-тойғоларын, бер-береһенә булған һөйөү һүҙҙәрен, ҡайғы-хәсрәтен бер-береһенә моңло йырҙар аша еткергәндәр.
Бөгөнгө һүҙем кескәй генә сағынан йыр-моңға ғашиҡ хеҙмәттәшем - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәҙинә Миңлебулат ҡыҙы Рәхмәтуллина хаҡында. Мин уның менән 90-сы йылдар аҙағында районыбыҙҙа уҙғарылған сморт-конкурстар ваҡытында таныштым. Ошо көндәрҙән һуң ул мине мәҙәни сараларға йышыраҡ саҡыра башланы. Тәү ҡарашҡа етди сырайлы булып күренһә лә, тура һүҙле, эскерһеҙ күңелле булып сыҡты.
Үҙем район мәҙәниәт йортонда эшләй башлағас, ҡайнап торған ижади тормошта көн дә осрашып торабыҙ. Районыбыҙҙа уҙғарылған мәҙәни сараларға бергә әҙерләнеп, сәхнәләге һәр уңышлы сығыш өсөн һөйөнәбеҙ, сәхнә артындағы тормош менән бергә янабыҙ.
Мәҙинә Миңлебулат ҡыҙы: “Үҙемде белгәндән алып, бала сағымдан йырларға яратам”, - ти, шуғалыр ҙа уны яҙмыш һуҡмағы сәнғәт, мәҙәниәт донъяһына алып килгәндер. Республикабыҙҙа уҙғарылған “Дуҫлыҡ йыры”, “Ирәндек моңдары” һәм башҡа йыр бәйгеләрендә ҡатнашып еңеүсе исеменә лайыҡ була. Республикабыҙ һәм районыбыҙ мәҙәниәтенә тос өлөш индергәне өсөн уға 1997 йылда “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә. Бөгөн ул район мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе вазифаһын башҡара. Районыбыҙҙа уҙғарылған мәҙәни сараларҙа ауыл мәҙәниәт усаҡтарында эшләп килгән төрлө коллективтарҙы сәхнәгә сығара, республика күләмендә уҙғарылған сараларға программалар төҙөй.
Мәҙинә Рәхмәтуллина халыҡ йырҙарын да оҫта башҡара. Уның “Асылыҡай буйы”, “Шәлъяулыҡ” һәм башҡа халыҡ йырҙары йыр һөйөүселәргә яҡшы таныш. Ул үҙе лә йырҙар ижад итә, күп кенә йырҙары һуңғы йылдарҙа “Юлдаш” радиоһында йыш яңғырай.
Һүҙемде йомғаҡлап, Мәҙинә Миңлебулат ҡыҙына киләсәктә лә моң даръялары тынмаһын, моңло йырҙары менән тамашасыларҙы һөйөндөрөп торһон тигән теләктә ҡалам.