Театр коллктивын күптән көтөлгән ваҡиға менән Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡотланы һәм министрлыҡ исеменән Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Шуай уҡ театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахмановҡа «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тапшырылды.
Тантаналы өлөштән һуң концерт программаһында Сәғиҙулла Байегет, Светлана Хәкимова, Рәүис Заһитов, Азамат һәм Фидан Ғафаровтар, Артур Кәбиров, Алһыу Бәхтиева, Юнир Ҡоланбаев һәм башҡа театр артистары башҡарыуында популяр йырҙар,шиғырҙар яңғыраны,спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтелде.