Мораҙым
+4 °С
Облачно
МӘҘӘНИӘТ
1 Января 2021, 16:40

Рәми Ғарипов тураһында фильмда балалар ролдәренә кастинг иғлан ителде

Өфө режиссеры Булат Йосопов Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған “Рәми. Шағир көндәлеге” тулы метражлы фильмын төшөрә. Фильмда ҡатнашыу өсөн 8-ҙән 13 йәшкә тиклемге малайҙар талап ителә. Кастингтың беренсе этабы онлайн форматта үтәсәк. Заявкалар 10 ғинуарға тиклем ҡабул ителә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфө режиссеры Булат Йосопов Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған “Рәми. Шағир көндәлеге” тулы метражлы фильмын төшөрә.
Фильмда ҡатнашыу өсөн 8-ҙән 13 йәшкә тиклемге малайҙар талап ителә. Кастингтың беренсе этабы онлайн форматта үтәсәк. Заявкалар 10 ғинуарға тиклем ҡабул ителә.
Бының өсөн: 1) видеоға башҡорт телендә шиғыр (проза), нәҫер уҡып төшөрөргә кәрәк; 2) видео аҫтында исем-шәрифегеҙҙе, йәшегеҙҙе һәм ауыл-ҡалағыҙҙы күрһәтеү мотлаҡ; 3) анкетаны тултырығыҙ, видео менән фотоны һалығыҙ.
Ебәрелгән эштәрҙе ҡарағас, кандидаттар Өфөгә саҡырыласаҡ.
Читайте нас