Мораҙым
+19 °С
Ясно
МӘҘӘНИӘТ
21 Декабря 2020, 06:56

Гөлгөнә менән ҡурсаҡ

Әсәй, уҡыйыҡ әле!Гөлгөнә менән ҡурсаҡ

Ҡурсағынан айырылмай
Күрше ҡыҙы Гөлгөнә.
Өйҙәренә барып инһәң,
Күлдәк тегә гел генә.
Саф һауаға алып сыға,
Йылы юрғанға төрөп.
Ике ҡулы өшөп китһә,
Йылытҡан була өрөп.
Бейергә лә ҡурсағын
Өйрәтәлер Гөлгөнә:
Ҡурсағы менән икәүләп
Дәртле көйгә әйләнә.
Читайте нас