Мораҙым
+25 °С
Облачно
МӘҘӘНИӘТ
8 Декабря 2020, 10:43

Халыҡ-ара рәссамдар көнө

Әмир Мәжитов беҙҙең райондың Үрге Һаҙ ауылында тыуып үҫә. Һынлы сәнғәт, һүрәт төшөрөү менән бала саҡтан мауыға. Уның нәҫелендә рәссамдар юҡ. Һүрәт төшөрөү серҙәренә уны атаһының бер туған апаһы – Миңниса инәһе өйрәткән. Быума сире менән яфаланған инәй ваҡыт уҙғарыу өсөн ике йәшлек кенә Әмиргә һүрәт төшөрөгән, шул рәүешле уны һынлы сәнғәт донъяһына ылыҡтырған. - Ап-аҡ ҡағыҙ битенә ҡайын урманын, сәскәле туғайҙарҙы, йылмайып торған ҡояшты төшөрә ине инәйем. Уға ҡарап мин дә нимәлер һыҙмаҡлаған була торғайным.Беҙҙең һынлы сәнғәт менән ҡыҙыҡһынғаныбыҙҙы атай-әсәйҙәребеҙ белгәндер инде –өйҙә билдәле рәссамдар ижады тураһындағы китаптар күп булды. Әсәйем математика уҡытыусыһы ине, атайым оҙаҡ йылдар сельсоветты етәкләне, баш экономист та булды, баш агроном булып та эшләне. Ваҡыттары ни тиклем генә тығыҙ булмаһын, беҙгә лә иғтибарҙарын йәлләмәнеләр, уҡыуыбыҙ, өлгәшеүебеҙ, уңыштарыбыҙ менән һәр ваҡыт ҡыҙыҡһынып торҙолар, - ти Әмир ағай бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашып.

Әмир Мәжитов беҙҙең райондың Үрге Һаҙ ауылында тыуып үҫә. Һынлы сәнғәт, һүрәт төшөрөү менән бала саҡтан мауыға. Уның нәҫелендә рәссамдар юҡ. Һүрәт төшөрөү серҙәренә уны атаһының бер туған апаһы – Миңниса инәһе өйрәткән. Быума сире менән яфаланған инәй ваҡыт уҙғарыу өсөн ике йәшлек кенә Әмиргә һүрәт төшөрөгән, шул рәүешле уны һынлы сәнғәт донъяһына ылыҡтырған.
- Ап-аҡ ҡағыҙ битенә ҡайын урманын, сәскәле туғайҙарҙы, йылмайып торған ҡояшты төшөрә ине инәйем. Уға ҡарап мин дә нимәлер һыҙмаҡлаған була торғайным.
Беҙҙең һынлы сәнғәт менән ҡыҙыҡһынғаныбыҙҙы атай-әсәйҙәребеҙ белгәндер инде –өйҙә билдәле рәссамдар ижады тураһындағы китаптар күп булды. Әсәйем математика уҡытыусыһы ине, атайым оҙаҡ йылдар сельсоветты етәкләне, баш экономист та булды, баш агроном булып та эшләне. Ваҡыттары ни тиклем генә тығыҙ булмаһын, беҙгә лә иғтибарҙарын йәлләмәнеләр, уҡыуыбыҙ, өлгәшеүебеҙ, уңыштарыбыҙ менән һәр ваҡыт ҡыҙыҡһынып торҙолар, - ти Әмир ағай бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашып.
1995 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағас, ул Рәсәй художество академияһы аспирантураһында белем ала. Йәш рәссам Әхмәт Лотфуллин етәкселегендә эшләй. Әмир Миңлевәли улы Әхмәт Фәтҡулла улын, билдәле график Эрнст Сәйетовты, рәссам Михаил Назаровты үҙенең остазы тип иҫәпләй.
Әмир ағай халыҡ –ара, Бөтә Рәсәй, республика кимәлендәге күргәҙмәләрҙә студент йылдарынан уҡ ҡатнаша. М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы уның бер картинаһын да шул студент йылдарында уҡ һатып ала.
Уның өс меңдән ашыу картинаһы, шул иҫәптән “Малай” (1992-1996 ), “Тирмән ташы” (1996), “Пәйғәмбәр” (1994-2003), “Ғибрәтле хикәйәттәр”, “Атай”, “Салауат тураһында”, “Эпос”, “Рәссам”, “Шағир”, “Ата-әсә йондоҙлоғо”, “Оло ҡош юлы” кеүек сериялары бар.
Рәссам күберәк яҡшылыҡ менән яуызлыҡ, ғаилә, ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат кеүек мәңгелек темаларға мөрәжәғәт итә.
Читайте нас