Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
3 Декабрь 2020, 16:12

Һай, афарин, Рабиға апай!

Ошо көндәрҙә оло йәштәгеләр араһында бөтә Рәсәй кимәлендә барған “Мы юности нашей верны!” фестиваль-конкурсына йомғаҡ яһалды. Билдәле сәбәптәр арҡаһында ул онлайн форматта үтте. Иң масштаблы фестиваль-конкурста илдең 30 суъектынан 55 йәштән өлкән 1 меңгә яҡын кеше биш төрлө номинация буйынса көс һынашты. Беҙҙең район таланттары ла был конкурстан ситтә ҡалманы, “Вокал” номинацияһында Мораҙымдан Миңлейәр Солтанбаев, Подгорныйҙың “Черема” халыҡ ансамбле (етәксеһе – Андрей Сафонов) һәм Нуҡайҙан Рабиға Дауытова ҡатнашты. Уларҙың сығышын Рәсәйҙең халыҡ артисы, “Голос 60+” телепроектының 2018 йылғы еңеүсеһе Лидия Музалева етәкселегендәге абруйлы жюри баһаланы. Ошо көндәрҙә конкурсанттарға ҡыуаныслы хәбәрҙәр ҙә килде. Нуҡай ауылынан Рабиға Дауытова конкурс-фестивалдең 1-се дәрәжә дипломына лайыҡ булды. Афарин! Жюри рәйесе Лидия Музалева: “Һеҙҙе тыңлап туя алманым, саф һыулы шишмә сылтырап ҡына ағамы ни. Йырҙы үҙенсәлекле итеп башҡарырға өйрәнеп булмай, ундай тауыш менән тыуырға кәрәк. Һеҙ – халҡығыҙҙың гәүһәре, тыуған яҡтарығыҙҙың ынйыһы”, - тип Рабиға Дамир ҡыҙына үҙенең махсус бүләген дә тапшыра.

Ошо көндәрҙә оло йәштәгеләр араһында бөтә Рәсәй кимәлендә барған “Мы юности нашей верны!” фестиваль-конкурсына йомғаҡ яһалды. Билдәле сәбәптәр арҡаһында ул онлайн форматта үтте. Иң масштаблы фестиваль-конкурста илдең 30 суъектынан 55 йәштән өлкән 1 меңгә яҡын кеше биш төрлө номинация буйынса көс һынашты.
Беҙҙең район таланттары ла был конкурстан ситтә ҡалманы, “Вокал” номинацияһында Мораҙымдан Миңлейәр Солтанбаев, Подгорныйҙың “Черема” халыҡ ансамбле (етәксеһе – Андрей Сафонов) һәм Нуҡайҙан Рабиға Дауытова ҡатнашты. Уларҙың сығышын Рәсәйҙең халыҡ артисы, “Голос 60+” телепроектының 2018 йылғы еңеүсеһе Лидия Музалева етәкселегендәге абруйлы жюри баһаланы. Ошо көндәрҙә конкурсанттарға ҡыуаныслы хәбәрҙәр ҙә килде. Нуҡай ауылынан Рабиға Дауытова конкурс-фестивалдең 1-се дәрәжә дипломына лайыҡ булды. Афарин! Жюри рәйесе Лидия Музалева: “Һеҙҙе тыңлап туя алманым, саф һыулы шишмә сылтырап ҡына ағамы ни. Йырҙы үҙенсәлекле итеп башҡарырға өйрәнеп булмай, ундай тауыш менән тыуырға кәрәк. Һеҙ – халҡығыҙҙың гәүһәре, тыуған яҡтарығыҙҙың ынйыһы”, - тип Рабиға Дамир ҡыҙына үҙенең махсус бүләген дә тапшыра.
Читайте нас: