Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
1 Декабрь 2020, 12:10

Эҙләнеү

Ә ҡарт тауҙар һаман һаҡта тораТынлыҡ һаҡлап яуа өрпәк ҡар…

Эҙләнеү
Күкһелләнеп офоҡ ҡуйынында
Тынлыҡ һаҡлап ойой ҡарт тауҙар.
Шул тынлыҡты боҙоп бурап-бурап
Ябалаҡлап яуа аҡ ҡарҙар.

Донъя ап-аҡ!
Саф төҫһөҙлөк хатта
Һуҡырайтыр төҫлө күҙҙәрҙе.
Шаян ел дә
(бер хәйләкәр төлкө)
Юйып ҡала минең эҙҙәрҙе.

Япа-яңғыҙ көрттәр йырып барам…
Шомландырыр тып-тын бушлыҡта
Үҙ өйөмдө, үҙ көйөмдө юллап
Юлһыҙ ергә минме юлыҡҡан?

Көйөм дә юҡ, өйөм дә юҡ..
Бушлыҡ…
Сым тындары яра ҡолаҡты.
Яҙҙарымдан микән юл яҙлығып
Сал ҡыштарға килеп олаҡтым?

Ә ҡарт тауҙар һаман һаҡта тора
Тынлыҡ һаҡлап яуа өрпәк ҡар
Әйтә кеүек “Ҡар аҫтында күптән
Һин эҙләгән миҙгел-тәүлектәр”…
Читайте нас: