Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
28 Ноябрь 2020, 22:54

Илүзә Ҡыҙрасова, Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡыусыһы. Әсәйҙәр көнө менән!

Һәр кемдең йөрәк түрендәЙәшәй иң мөһим төшөнсә, Иң гүзәл, изге фәрештә-Ғәзиздәрҙән - ғәзиз әсә.Дауамы-сайтта:

Һәр кемдең йөрәк түрендә
Йәшәй иң мөһим төшөнсә,
Иң гүзәл, изге фәрештә-
Ғәзиздәрҙән - ғәзиз әсә.
Һәр саҡ йылылыҡ бөркөүсе,
Бәләләрҙән ҡурсалаусы
Ер йөҙөндә иң бөйөк зат,
Алға әйҙәй, бирә дәрт.
Өйҙөң ҡотон һаҡлаусы
Иң наҙлы һәм изге йән.
Әсәйҙең, гүйә, нурҙары
Бар донъяға өҫтәй йәм.
Көс бирә, гел дә кәрәк
Фәһемле әйткән һүҙең.
Сикһеҙ таяныс - терәк
Әсәй, аҡыл - кәңәшең.
Әсәйҙән дә ҡәҙерле
Ни һуң бар был донъяла?
"Юҡ, әлбиттә", - тип, беләм
Яуап бирер бар ғәләм.
Илүзә Ҡыҙрасова, Мораҡ башҡорт гимназияһының 10 класс уҡыусыһы.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: