Мораҙым
+21 °С
Облачно
МӘҘӘНИӘТ
25 Ноября 2020, 07:23
Әсәйемә
Айҙай нурлы, көләс йөҙлөМинең әсәйем.
Әсәйем үҫтергән мине
Тыуған өйөмдә.
Рәхәтләнеп һөйләшәмен
Уның телендә.
Илаған саҡта әсәйем
Мине йыуатҡан.
Күкрәгенә ҡыҫып-ҡосоп,
Һөйөп йылытҡан.
Айҙай нурлы, көләс йөҙлө
Минең әсәйем.
Уға оҡшап мин егәрле
Булып үҫәйем.
Читайте нас