Мораҙым
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Ноябрь 2020, 16:58

Яратыу гонаһмы?

- Һөйгәнегеҙ бармы һеҙҙең? Көтөлмәгән был һорауға ни тип яуап бирергә белмәй, аптырап ҡалдым. - Әлбиттә, - тигән булдым үҙем. - Юҡ, өҙөлөп, аҡылдан шашып яратҡанығыҙ? Бығаса бындай һорауҙы миңә бер кемдең дә биргәне юҡ ине. Ләйсән менән танышыуым шулай башланды. Алсаҡлығы, ябайлығы менән арбап торған ҡыҙҙың күҙҙәрендә сағылған тәрән һағышты шундуҡ шәйләп алғайным. «Һеҙҙең яратҡанығыҙ бармы?» - тип һораны бит әле ул. Тимәк, ул кемделер яратҡан йәки әле шул һөйөү хистәрен кисерә. Уның ниндәй уй-кисерештәре барлығын белгем килде, сөнки танышыуҙы ошондай һүҙҙәр менән башлаған, күңелен асырға теләп торғандар йыш осрамай. Уйҙарымды ҡыҙҙың һүҙҙәре бүлде. - Һеҙгә күңелемде бушатайым әле, таныш булмағандар менән һөйләшергә яратам мин, осраҡлы ғына юлдаштарға сер һөйләргә ҡурҡмайым, сөнки улар менән ҡабат осрашыуың икеле. Үҙемдең ғүмерлек мөхәббәтем хаҡында бәйән итмәксемен, һығымтаһын үҙегеҙ яһарһығыҙ.

- Һөйгәнегеҙ бармы һеҙҙең?
Көтөлмәгән был һорауға ни тип яуап бирергә белмәй, аптырап ҡалдым.
- Әлбиттә, - тигән булдым үҙем.
- Юҡ, өҙөлөп, аҡылдан шашып яратҡанығыҙ?
Бығаса бындай һорауҙы миңә бер кемдең дә биргәне юҡ ине. Ләйсән менән танышыуым шулай башланды. Алсаҡлығы, ябайлығы менән арбап торған ҡыҙҙың күҙҙәрендә сағылған тәрән һағышты шундуҡ шәйләп алғайным.
«Һеҙҙең яратҡанығыҙ бармы?» - тип һораны бит әле ул. Тимәк, ул кемделер яратҡан йәки әле шул һөйөү хистәрен кисерә. Уның ниндәй уй-кисерештәре барлығын белгем килде, сөнки танышыуҙы ошондай һүҙҙәр менән башлаған, күңелен асырға теләп торғандар йыш осрамай.
Уйҙарымды ҡыҙҙың һүҙҙәре бүлде.
- Һеҙгә күңелемде бушатайым әле, таныш булмағандар менән һөйләшергә яратам мин, осраҡлы ғына юлдаштарға сер һөйләргә ҡурҡмайым, сөнки улар менән ҡабат осрашыуың икеле. Үҙемдең ғүмерлек мөхәббәтем хаҡында бәйән итмәксемен, һығымтаһын үҙегеҙ яһарһығыҙ. Беҙ уның менән мәктәп йылдарынан уҡ дуҫ инек. Һөйгәнемдән башҡа йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәй торғайным. Үтә тыйнаҡ ине Айҙар. Яратам, тип шаулап йөрөмәһә лә, уның һөйөүен бар булмышым менән тойҙом.
- Ине, тип һөйләйһең, һылыу, һеҙ бергә түгелһегеҙ, тимәк?
Бер аҙ өндәшмәй торғас, әңгәмәсем һүҙен ялғап китте:
- Айҙар был донъяла юҡ инде, - тине ул тыныс ҡына, биттәре буйлап ағып төшкән күҙ йәштәрен һөртөп, - мин уны мәңгелеккә юғалттым.
Эргәмдә ултырған ҡыҙҙы нисек тынысландырырға белмәнем, әйткән һүҙҙәрем уға барып етмәҫ кеүек тойолдо. Күпмелер ваҡыт әңгәмәбеҙ ялғанмайыраҡ торҙо, сөнки һәр ҡайһыбыҙ үҙ уйына сумғайны.
- Күрәһең, беҙгә уның менән бергә булырға яҙмағандыр. Мәктәптән һуң юлдарыбыҙ айырылды. Егетем шоферлыҡҡа уҡып сыҡты ла, ауылда эш башланы. Миңә мәктәпте бөтөргә бер йыл бар ине. Ял һайын осрашып торҙоҡ. Барыһы ла яҡшы, беҙ бәхетле булыр инек, тик атай-әсәйем мөхәббәтебеҙгә ҡаршы төштө. Яратҡан ҡыҙҙарын ярлы ғаиләлә, әсәй тәрбиәһендә генә үҫкән егет менән күрергә теләмәнеләр. Улар юғары белемле, бай кейәү тураһында хыялланды. Минең хис-тойғоларым берәүҙе лә ҡыҙыҡһындырманы...
Мәктәпте тамамлап, уҡырға киттем. Уны өҙөлөп яратһам да, атай-әсәйгә ҡаршы торорлоҡ көс тапманым.
Уҡыуымды тамамлай торған йылда Айҙар өйләнде. Ҡулыма диплом алғас, мин эш башланым. Яйлап барыһы ла үҙ урынына ултырыр, күңел ярам уңалыр, тип уйланым. Тик тора-бара уны тағы ла нығыраҡ һағындым. Урамға сыҡһам, хыялый кеүек йөҙҙәр, меңдәр араһынан таныш йөҙ эҙләнем. Аҡылдан яҙыр сиккә етеп, сирләп, дауаханаға эләктем. Тап шул ваҡытта Айҙарҙың игеҙәк балалары тыуҙы. Минең өсөн донъя түңкәрелеп төштө. Бәлки, ҡасан да булһа бергә булырбыҙ тигән өмөтөм юҡҡа сыҡҡайны инде.
Дауаханала ятҡан өс ай оҙаҡ өс йылдай тойолдо, унан сыға торған көндә шәфҡәт туташы ҙур сәскә бәйләме килтереп тотторҙо. Был гөлләмә Айҙарҙың миңә ебәргән һуңғы бүләге булды. Араһына ҡыҫтырылған ҡағыҙ киҫәгенә ҡыҫҡа ғына өс һүҙ яҙылғайны: «Ғәфү ит мине». Шул ҡағыҙҙы үбә-үбә, ҡысҡырып, шашып иланым да иланым...
Был ваҡиғанан һуң ярты йыл самаһы уҙғас, Айҙарҙың донъяһын, эшен ташлап, ғаиләһе менән мин йәшәгән ҡалаға күсеп килеүе тураһында ишеттем. Етмәһә, уның йорто минекенә яҡын ғына булып сыҡты. Бер көндө уның менән урамда осраҡлы ғына тап булыштыҡ. Бер-беребеҙгә ҡарап оҙаҡ торҙоҡ, әммә һөйләшер һүҙҙәр тапманыҡ. Уның бар булмышымды өтөп алып барған ҡарашы әле лә күҙ алдымда. Хәлемде һорашты, үҙе тураһында ниҙер һөйләне, ә мин уның һөйләгәндәрен ишетмәнем дә. Хәйер, миңә һүҙҙәр кәрәк тә түгел ине. Һөйгәнемде етәкләп ҡайҙалыр алыҫҡа, кешеләрҙән, тотош донъянан ҡасҡым, элекке кеүек икәүҙән-икәү ҡалып, бәхетле минуттар кисергем, яурынына башымды һалып, ҡысҡырып илағым, кемделер бәхетһеҙлегемдә ғәйепләгем килде. Тик ауыҙ асып өндәшә лә алманым. Ул иһә, ғәйепле ҡиәфәттә башын эйеп, шәп-шәп атлап китеп барҙы. Был беҙҙең һуңғы күрешеү булды. Уның менән бер ҡасан да осрашыу эҙләмәнем, тора-бара яҙмышыма күндем. Әхирәттәремдән, дуҫтарымдан ғаиләле ирҙе яратып йөрөйһөң, тигән тәнҡитте күп ишеттем ишетеүен. Башымда ҡайнашҡан уйҙарымдан, яуапһыҙ ҡалған һорауҙарымдан тамам арып туҡтаным мин.
Шунан тәүәккәлләп Себер яҡтарына сығып киттем. Бәлки сит ерҙә яратҡанымды онотормон, тип уйланым. Мөхәббәтемдән ҡасып ҡаланан сығып китһәм дә, үҙ-үҙеңдән ҡасып буламы һуң инде?
Бына ике ай элек әсәйем һөйгәнемдең был донъянан мәңгелеккә китеүе хаҡында хәбәр еткерҙе.
Мин әле бына уның ҡәберенән ҡайтып киләм. Үҙе тере саҡта әйтә алмағандарымды шунда барып һөйләнем, тик ул ишетмәне...
Бына шулай, апай, тәүҙә ярлы егетте, һуңынан ғаиләле ирҙе һөйөүемде гонаһ тип ҡабул иткәндәр булды. Әйтегеҙ әле, яратыу гонаһмы ни ул? - тип, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә Ләйсән миңә өндәште.
- Юҡ, һылыу, һинең һөйөүең гонаһ түгел, төҙәлмәҫлек күңел яраһы ғына, - тинем. - Мөхәббәттең ауырлыҡтарға, нахаҡ һүҙҙәргә ҡаршы торорлоҡ көсө юҡ икән, ул ғүмер буйы һулҡылдап торған яраға әйләнә. Ул һинең талпынып осҡаныңда хыял ҡанаттарыңды һындыра, һөйөп-һөйөлөп йәшәр сағыңда әсе ғазаптарға һала...
Ләйсән хушлашып, автобустан төшөп ҡалды. Һылыуҙың әрнегән йөрәгенә дауа булырлыҡ һүҙ таба алмауым өсөн үҙемде битәрләнем, тормоштоң ғәҙелһеҙлегенә үртәлдем.
Яратҡаны менән бәхетле ғүмер кисерер сағында ҡыҙҙың ғазап утында яныуын кемдеңдер ғәйебе йә булмаһа яҙмыш ҡушыуы тип ҡабул итергәме?
Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
Читайте нас: