Был фото Фәниә апай Мусиналарҙың ғаилә архивында һаҡлана. Алик Ишмөхәмәт улы менән Мостай Кәримдән, Шакир Янбаевтан башҡаһын сырамыта алмағайным, баҡтиһәң, 90-сы йылдар башында күренекле әҙиптәр беҙҙең районда ҡунаҡта булғанда төшөрөлгән фотоһүрәт икән.
Алик Сәйетҡолов, Ирек Сураҡов, яҡташ яҙыусыбыҙ Шакир Янбаев, йырсы Ғәзим Ильясов, Мостай Кәрим, Хәлит Мусин менән Гүзәл Фәрхетдинова.