Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
13 Ноябрь 2020, 18:25

Һай, афарин, үҙҙәре!

Беҙҙең йәш таланттар һәр төрлө конкурс-фестивалдәрҙә үҙҙәренең көсөн һынап ҡарап, яңынан-яңы еңеүҙәр яулайҙар. Яңыраҡ беҙҙең республикала “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә мәҙәниәт өлкәһенең белем биреү ойошмалары уҡыусылары араһында “Алтын тауыш” республика конкурс-фестивале үтте. Илдәге эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, ул дистанцион форматта уҙғарылды, дуэт һәм солистар “Академик йырлау”, “Халыҡ йыры” һәм “Эстрада йырҙарын башҡарыу” номинациялары буйынса 9 йәш төркөмө араһында көс һынашты. Конкурс-фестивалгә республиканың, Силәбе өлкәһенең сәнғәт мәктәптәре, урта һөнәри һәм юғары белем биреү ойошмаларынан бөтәһе 200-ҙән ашыу заявка килде. Шуныһы маҡтауға һәм иғтибарға лайыҡ – был мәртәбәле конкурста беҙҙең З.Биишева исемендәге Мораҡ сәнғәт мәктәбе уҡыусылары - Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары “Рондо” өлгөлө хоры һәм “Дэмитон” өлгөлө вокал ансамбле солистары Аиша Йыһаншина, Варвара Коряковцева һәм Артем Соколов (етәкселәре – Флорида Кәримова) ҡатнашты. Һәм, ҡыуанысҡа күрә, уларҙың һәләте һәм таланты абруйлы жюри тарафынан юғары баһаланды. Аиша Йыһаншина республика конкурс-фестиваленең 1-се дәрәжә дипломына лайыҡ булһа, Виктория Коряковцева менән Артем Соколов 3-сө дәрәжә дипломын алды. “Алтын тауыш”та беренсе урын алған Аиша аҡсалата премияға лайыҡ булды һәм фильмда төшөү хоҡуғын алды. Йәш таланттарҙы беҙ ҙә ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!

Беҙҙең йәш таланттар һәр төрлө конкурс-фестивалдәрҙә үҙҙәренең көсөн һынап ҡарап, яңынан-яңы еңеүҙәр яулайҙар.
Яңыраҡ беҙҙең республикала “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә мәҙәниәт өлкәһенең белем биреү ойошмалары уҡыусылары араһында “Алтын тауыш” республика конкурс-фестивале үтте. Илдәге эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, ул дистанцион форматта уҙғарылды, дуэт һәм солистар “Академик йырлау”, “Халыҡ йыры” һәм “Эстрада йырҙарын башҡарыу” номинациялары буйынса 9 йәш төркөмө араһында көс һынашты. Конкурс-фестивалгә республиканың, Силәбе өлкәһенең сәнғәт мәктәптәре, урта һөнәри һәм юғары белем биреү ойошмаларынан бөтәһе 200-ҙән ашыу заявка килде.
Шуныһы маҡтауға һәм иғтибарға лайыҡ – был мәртәбәле конкурста беҙҙең З.Биишева исемендәге Мораҡ сәнғәт мәктәбе уҡыусылары - Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары “Рондо” өлгөлө хоры һәм “Дэмитон” өлгөлө вокал ансамбле солистары Аиша Йыһаншина, Варвара Коряковцева һәм Артем Соколов (етәкселәре – Флорида Кәримова) ҡатнашты. Һәм, ҡыуанысҡа күрә, уларҙың һәләте һәм таланты абруйлы жюри тарафынан юғары баһаланды. Аиша Йыһаншина республика конкурс-фестиваленең 1-се дәрәжә дипломына лайыҡ булһа, Виктория Коряковцева менән Артем Соколов 3-сө дәрәжә дипломын алды. “Алтын тауыш”та беренсе урын алған Аиша аҡсалата премияға лайыҡ булды һәм фильмда төшөү хоҡуғын алды.
Йәш таланттарҙы беҙ ҙә ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!
Уҡытыусылары, З.Бишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе директоры Флорида Кәримова үҙенең уҡыусылары тураһында бына нимә ти: “Аиша Йыһаншина, Варвара Коряковцева, Артем Корнев, Анастасия Соколова – минең ғорурлығым, улар, әле бәләкәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҙур музыканттар. Уларҙы юҡҡа ғына музыкант тимәйем, сөнки ғүмер буына музыкаға уҡырға мөмкин, әммә музыкант булыу бөтәһенә лә бирелмәй.
Аиша, Анастасия, Артем, Варвара – Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары “Рондо” өлгөлө хоры һәм “Дэмитон” өлгөлө вокал ансамбле солистары.
Аиша Йыһаншина менән беҙ солист юлын 2017 йылда башланыҡ. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында ул үҙен гел яҡшы яҡтан күрһәтте һәм ҙур ғына уңыштарға өлгәште. Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа күп еңеүҙәр һәм призлы урындар яуланы, мәҫәлән, ағымдағы йылда яулаған уңыштарына ғына туҡталып үтәйек: “Башҡортостан таланттары” Бөтә Рәсәй конкурсында 2-се дәрәжә, “Апрель” республика вокаль конкурсында 1-се дәрәжә, композитор Анна Петрящева премияһына халыҡ-ара вокаль конкурсында төрлө номинацияларҙа 2-се һәм 3-сө дәрәжә, “Башҡортостан таланттары” Бөтә Рәсәй интернет-конкурсында 1-се дәрәжә лауреат исемен һәм башҡаларҙа конкурстарҙа ҙур еңеүҙәр яуланы. Айырыуса Аиша менән “Свободная птица” (Пермь) һәм “Нотная симфония” (Ҡазан) конкурстарында ҡатнашыу мәртәбәле булды, сөнки унда композиторҙар Анна Петряшева, Александр Ермолов, Александр Иевлевтар булды, уларҙың тәрбиәләнеүселәре “Голос” һәм «Детская волна» кеүек конкурстарҙың даими ҡатнашыусылары.
Уңыштары өсөн Аиша район хакимиәте башлығы стипендиаты булды.
Анастасия Соколова ла бик тырыш, маҡсатҡа ынтылыусан ҡыҙ. Беҙ уның менән 2016 йылда шөғөлләнә башланыҡ. Анастасия Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстарында ҙур ғына еңеүҙәр яуланы.
Артем Корневта ла уңышлы музыкант булыу өсөн бөтә нәмә: һәләт тә, тырышлыҡ та, музыканы тойоу һәм башҡалар бар. Ул вокал менән 2018 йылдан шөғөлләнә, шулай уҡ республика кимәлендәге конкурс-фестивалдәргә үҙкөсөн һынап ҡараны”, - ти уҡытыусылары Флорида Зәки ҡыҙы.
Читайте нас: