Һағыҙәвей була торғайны элек беҙҙең ауылда. Исемен дә белмәйбеҙ, үҙен, нишләптер, инәй ҙә тимәнек, ә Һағыҙәвей тип йөрөттөк. Контора ҡаршыһындағы бәләкәй генә аҡланған йортта йәшәне ул. Урам баҡсаһындағы муйыллығынан өйө лә күренмәй- ергә һеңешеп барған бәләкәс кенә өйө лә, үҙе лә бер төҫтән һымаҡ ине: ҡасандыр ҡара булған эш халаты йыуыуҙан туҙып, уңып, ағарып бөткән; сәсе лә инәйҙең шул халат төҫөндә- ап-аҡ та түгел, ә һорғолт аҡ.
Ишек алды ла әллә ни иркен булманы: кәртә-ҡураһы ла әбекәйҙең үҙе һымаҡ сүгеп бөткән ине. Бына шул инәйҙең һағыҙ ҡайнатҡанын беҙ уның өй тапҡырынан сыҡҡан нәҙек кенә аҡһыл төтөндән белә торғайныҡ. Контора ҡаршыһында төтөн сыҡтымы- ҡәртәсәйҙе етәкләп китәбеҙ һағыҙға. Аҙна һайын ҡайнаты. Яңғыҙ ғына йәшәгән әбейҙең яратҡан шөғөлө булғандыр инде. Бәлки, һағыҙ ҡайнатып, балаларҙы йәлеп итеп, үҙенең яңғыҙлығын да баҫҡандыр...