Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Ноябрь 2020, 13:11

Ҡаҙ өмәләре гөрләр мәл

Октябрь-ноябрь айҙарында ҡаҙ өмәләре гөрләп үтә. Борондан килгән күркәм йолабыҙ бөгөнгә тиклем һаҡланған. Ҡаҙ өмәһе – ҡошто салып таҙартыу ғына түгел, матур итеп аралашыу, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу, үҙеңде күрһәтеү өсөн мөмкинлек тә ул.Ҡаҙҙың ите тәпәйе ҡарға баҫыу менән татлана, тип иҫәпләнә. Өмәгә бигерәк тә етеҙ, таҫыллы ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла, сөнки ҡаҙ йолҡоу үҙенә күрә оҫталыҡ талап итә. Ҡошто татлы ҡуллы ир-егет салһа, ите йомшаҡ, тәмле була, тиҙәр.

Октябрь-ноябрь айҙарында ҡаҙ өмәләре гөрләп үтә. Борондан килгән күркәм йолабыҙ бөгөнгә тиклем һаҡланған. Ҡаҙ өмәһе – ҡошто салып таҙартыу ғына түгел, матур итеп аралашыу, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу, үҙеңде күрһәтеү өсөн мөмкинлек тә ул.
Ҡаҙҙың ите тәпәйе ҡарға баҫыу менән татлана, тип иҫәпләнә. Өмәгә бигерәк тә етеҙ, таҫыллы ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла, сөнки ҡаҙ йолҡоу үҙенә күрә оҫталыҡ талап итә. Ҡошто татлы ҡуллы ир-егет салһа, ите йомшаҡ, тәмле була, тиҙәр.
"Айыҡ ауыл" бәйгеһендә ҡатнашҡан Сәлих ауылында һәр өйҙә тиерлек ишле-ишле ҡош-ҡорт аҫайҙар, әҙ тигәндә 20-50 баш ҡаҙ тоталар.
Ҡаҙ өмәһен иң тәүгеләрҙән булып Зәлиә менән Рәүф Сәлиховтар башлап ебәрҙе. Уңған ғаилә быйыл 25 ҡаҙ салды. Бик күңелле үтте өмә, кисеһен күмәкләп ашҡа йыйылып, насип ризыҡтар ауыҙ иттеләр.
Улар биш бала үҫтерҙе. Рауил исемле улдары өйләнгән, үҙ аллы донъя көтә. Рәсүлдәре контракт буйынса хеҙмәт итә. Рәилдәре Күмертау ҡалаһында авиация колледжында белем ала, Рөстәмдәре Исем мәктәбендә 7-селә уҡый, төпсөктәре Раян – балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе.
Ғаилә башлығы, ауылда эш булмағас, ҡырҙа эшләй, Зәлиә донъя көтә.
Һүрәттә: Сәлиховтарҙа ҡаҙ өмәһе гөрләне.
Читайте нас: