Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
7 Ноябрь 2020, 12:20

Ҡояшты һағыныу

Ул уны тәүге тапҡыр күргәнен яҡшы хәтерләй. Беренсе сентябрь ине. Йылға тулҡыны һымаҡ сайҡалып торған студенттар ағымын күҙәтеп тәҙрә төбөндә ултыра ине, күҙенә бер ялҡын сағылды. Хас та көҙгөлә сағылып уйнаған ҡояш нурҙары инде - йәлп-йөлп итә. Ерән төҫөндәге бөҙрә баштың һоро тулҡын араһында уңға-һулға елпелдәп килгәнен күҙен дә алмай ҡарап ултырҙы. Ә ул, үҙен күҙәтеүсе менән тиңләшкәс, ҡапыл туп-тура ҡарап асыҡ итеп йылмайҙы: "Сәләм!" Йәшел күҙҙәрҙең яҡты нурынан Регина ҡапыл баҙап ҡалды. Ихлас йылмайыуға яуап итеп үҙенең дә ауыҙы йырылып китеүен һиҙмәй ҙә ҡалды: "Сәләм!" Курсташтар, төркөмдәштәр булып сыҡты улар. Бына шулай еңел генә танышты ла китте Айбулат менән. Ғүмерҙә булмағанды. Регина тәүҙә ҡарай, һынай, күҙәтә кешене, шунан ғына үҙенең янына яҡын ебәрә ине. Ә был юлы яңы танышының ихласлығы уны ҡабырсағынан яҡты көнгә һөйрәп сығарҙы ла ҡуйҙы.

Йүгерә-атлай ашығып офисҡа килеп ингән Регина ҡапыл ғына күҙен нимәлер сағылтҡанға шып туҡтап ҡалды. Бергилке селт-селт йомоп торғандан һуң күҙен асһа, ҡаршыһында шау һипкелле йөҙлө ерән сәсле малай йылмайып тора. Ҡулында - көҙгө. Шуның менән тәҙрә аша төшкән ҡояш яҡтыһын сағылтып уйнап маташа икән. Ул арала малайҙың әсәһе килеп сыҡты, улын етәкләп алды:
- Ғәфү итегеҙ. Папкаларҙы ҡалдырырға ғына тип ингәйнем офисҡа, - тип аҡлана башланы. Регинаның һынағаны бар: өндәшмәйерәк торһаң, кешеләр һәр саҡ шулай аҡлана, аңлата, күп һөйләй башлай. Шунан ҡатын улының ҡулынан тартты: - Киттек, һуңлайбыҙ. Бөгөн балалар баҡсаһында байрам була, һуңларға ярамай.
Ерән сәсле шаян малай боролоп Регинаға ҡул болғаны ла, әсәһе артынан ашыҡты.
Регина алдындағы асыҡ ноутбуктан күҙен алып, тәҙрәгә ҡараны. Ысынлап та, тышта бөгөн аяҙ икән дә баһа! Санкт-Петербургҡа хас булмағанса, аяҙ ҡояшлы көн. Шаян малай көҙгө менән күҙен сағылдырғансы көнгә лә иғтибар итмәгән. Нимәгә ашыға ине әле ул офисҡа? Регина ноутбукты тәү күргәндәй, ҡайһы документҡа, ниндәй программаға төртөргә белмәй ултыра бирҙе. Кинәт кенә бөтөн отчеттар, пландар һәм проекттар иҫенән сыҡты. Һандар, факттар, таблицалар, графиктар урынына күҙ алдынан бер-бер артлы хәтирәләр йүгереп үтте. Әйтерһең, баяғы ерән сәсле шаян малай ниндәйҙер бер нөктәгә баҫып слайд-шоу программаһын эшләтеп ебәрҙе...
Ул уны тәүге тапҡыр күргәнен яҡшы хәтерләй. Беренсе сентябрь ине. Йылға тулҡыны һымаҡ сайҡалып торған студенттар ағымын күҙәтеп тәҙрә төбөндә ултыра ине, күҙенә бер ялҡын сағылды. Хас та көҙгөлә сағылып уйнаған ҡояш нурҙары инде - йәлп-йөлп итә. Ерән төҫөндәге бөҙрә баштың һоро тулҡын араһында уңға-һулға елпелдәп килгәнен күҙен дә алмай ҡарап ултырҙы. Ә ул, үҙен күҙәтеүсе менән тиңләшкәс, ҡапыл туп-тура ҡарап асыҡ итеп йылмайҙы: "Сәләм!" Йәшел күҙҙәрҙең яҡты нурынан Регина ҡапыл баҙап ҡалды. Ихлас йылмайыуға яуап итеп үҙенең дә ауыҙы йырылып китеүен һиҙмәй ҙә ҡалды: "Сәләм!" Курсташтар, төркөмдәштәр булып сыҡты улар. Бына шулай еңел генә танышты ла китте Айбулат менән. Ғүмерҙә булмағанды. Регина тәүҙә ҡарай, һынай, күҙәтә кешене, шунан ғына үҙенең янына яҡын ебәрә ине. Ә был юлы яңы танышының ихласлығы уны ҡабырсағынан яҡты көнгә һөйрәп сығарҙы ла ҡуйҙы. Һөйләшә-таныша аудиторияға табан йүнәлгәс кенә Регина яңы танышының ныҡ ҡына аҡһауына, аяҡтарының сәләмәт кешенекенән айырылып тороуына иғтибар итте. Папканы ҡыҫып тотҡан һул ҡулы ла нисектер сәйерерәк бөгөлгән. Ҡояш нурының йәлп-йөлп килеп уйнауы шунан икән.
Студент саҡ мәл генә. Үтте лә китте. Бер аҙ һауалы, кешеләргә һалҡыныраҡ мөнәсәбәтле ҡара һылыу Регина институтта ла иң матуры булып танылды. Мәктәптән алып был байраҡты күтәреп килгән ҡараҡай үҙен нисек тоторға, кешеләрҙең һоҡланыуына нисек яуап бирергә өйрәнеп бөткәйне инде. Әхирәттәрҙе үҙе һайлап алды, ҡалған курсташтары менән теләһә аралашты, теләмәһә юҡ. Бер Айбулат янында ғына Регинаның боҙ ҡоршауы, сылтырап ҡына иреп төшкән яҙғы ҡар һымаҡ, юҡҡа сыға ла ҡуя ине. Церебраль параличты еңгән егет иһә барыһы менән бер тиң аралашты. Ул төркөмдөң ҡояшы кеүек ине. Хатта талисманы. Имтиханға иң беренсе уны индереп ебәрһәләр, "зачетка"ға иң беренсе билдәне ул ҡуйҙырһа, бөтөн төркөм сессияны уңышлы яба ине.
Улар имтиханға һәр саҡ бергә эҙерләнде. Регина юғары математика нигеҙҙәренән яҡшы әҙерлек менән килһә, Айбулаттың урта мәктәп белеме аналитик фекерләү оҫталығы менән нығытылған ине. Тәүҙә курсташтары аҡһаҡ егет менән һылыу ҡыҙҙың дуҫлығына сәйерһенеп ҡараһа ла, тиҙҙән барыһы ла күнекте. Айбулаттың физик кәмселеге уның менән аралаша-һөйләшә башлау менән күҙ алдында юҡҡа сыға ине. Курста ғына түгел, хатта институтта егетте барыһы ла үҙҙәре менән тиң күрҙеләр, мөмкинлеге сикләнеүен һирәк иҫкә алыр булдылар.
Диплом алыу менән Санкт-Петербургҡа эшкә китәсәген Регина аҙаҡҡы курста уҡығанда хәл итте. Әлеге лә баяғы ҡалаҡҡа һалып ҡына йоторлоҡ һылыулығы сәбәпсе булды. Рәсәй кимәлендә студенттар өсөн ойошторолған матурлыҡ конкурсында ҡатнашты. Призлы урын алмаһа ла, конкурстың спонсоры булып торған ҙур корпорация матур ҙа, аҡыллы ла ҡыҙға эш урыны тәҡдим итте. Регина уларҙы Айбулаттан өйрәнгән ҡайһы бер фекерҙәре, характер ныҡлығы менән арбаны.
Дәүләт имтиханына улар тәүге тапҡыр бергә әҙерләнмәне. Регина ситләште. Ҡыйыҡтан тамырға торған тамсы һымаҡ, ана-бына тел осонан ысҡынырға торған "яратам!" тигән һүҙҙән ҡурҡты. Ошо бер тамсы һүҙҙән йөрәктәге хистәр тулҡыны йырылып китер ҙә, ташҡын бөтөн донъяһын аҡтарыр, тип ҡурҡты. Әйтеләһе һүҙҙәр әйтелмәй ҡалды, асылаһы хистәр асылманы.
Диплом яҡлап сыҡҡас, курсташ егеттәр Айбулатты һауаға сөйҙө. Көлә-көлә кейемен рәтләп алғас, егет бер яҡ ситтә стена терәтеп торған Регинаға боролдо. Гел йылмайып торған йәшел күҙҙәр беренсе тапҡыр етди ҡараны: "Китәһеңме?" "Эйе. Дүшәмбенән эш башлайым, килешеү төҙөлгән. Диплом алыу тантанаһына бәлки ҡайтырмын. Төньяҡ баш ҡаланы яулай башлайым. Ҡыҫҡаһы, дүшәмбенән - яңы тормош!" - Регина аралағы һалҡынлыҡты тойоп йылмайып маташты. Әммә ҡояш һалҡын килеш ҡалды. Тәүге тапҡыр Айбулат йылмайманы.
Ә Регина ҡояшһыҙ йәшәргә өйрәнде. Мәңге томанлы, ваҡ ямғырлы Питерҙа был ауыр түгел ине. Егеттәрҙең маңлайына сиртеп һайларлыҡ мөмкинлеге булды - ыҫмалалай ҡара сәслеһе, етен кеүек аҡһылы, арыш башағындай һарыһы. Ҡояш төҫөндәге бөҙрә сәслеһе генә булманы араларында.
Курсташтар осрашыуына барманы Регина. Был сараны институтта кафедрала ҡалған һәм фән кандидаты исемен яҡлаған Айбулат ойоштороуын белһә лә, саҡырып электрон хат килһә лә, яуапһыҙ ҡалдырҙы. Нимә тиһен? Беләм, дуҫтар, һеҙ барығыҙ ҙа тормоштан ҡәнәғәт, эшләр эшегеҙ ҙә, матур ғаиләгеҙ ҙә бар, бер мин генә уңмаған, тиһенме? Осрашыуҙа бөтәһе лә үҙ ҡаҙаныштары тураһында һөйләй башлаһа, Регина ни әйтер? Бөтөн илгә билдәле компанияға эшкә китәм, тип танау сөйөп сығып киткәйне бит, сығарылыш кисәһенә лә ҡалмай. Ә ысынында, үҙ-үҙенән ҡасҡайны ул. Айбулат янындағы асыҡ күңелле, ихлас Регинанан ҡасты.
Алдындағы ноутбукты шарт ябып сығып киткән менеджерға башҡалар бер генә күтәрелеп ҡараны. Был ҙур корпорацияла уның кеүек уртаҡул хеҙмәткәрҙәр быуа быуырлыҡ. Бөтәһе лә конвейер һымаҡ яйға һалынған, эшкә сумған, бер минутҡа әүрәһәң дә, төшөп ҡалаһың. Ә Регина кире уйлап ҡуймайым, тип ҡурҡҡандай, кабинеттан кабинетка йүгереп йөрөп отпуск юлланы ла офистан атылып тигәндәй йүгереп сығып китте. Бейек үксәле туфлиҙар тек-тек килеп ашыҡтырҙы, ҡулдар телефон кнопкаларын баҫҡылап такси номерын эҙләне. Әле генә салт ҡояшлы көн әллә ни арала болоҡһоу болотло һауа торошо менән алмашынған. Ямғыр тамсылары такси тәҙрәһенә тып-тып тамып Регинаны ҡыуаланы. Тиҙерәк, тиҙерәк ҡайтырға кәрәк Өфөгә! Ул башҡаса был ямғырлы ҡалала йәшәй алмай. Ул ҡояшты һағынды! Эйе! Тап шулай тип әйтер ул Айбулатҡа: "Йылыт минең тәккәберлектән ҡатҡан йөрәгемде, дауала минең ғәрип күңелемде!"
Гөлсимә ИШТАНОВА-АЛЛАМОРАТОВА.
Читайте нас: