Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
5 Ноябрь 2020, 18:14

Уңманы шул минһеҙ юлдарың

Ниндәй көс һуң, ҡабат ҡауыштырҙы Беҙҙе шулай яҙғы иртәлә. Юҡ ,шиңдермәм,яҙғы умырзаям тиеп Ҡосағыңа алдың иркәләп. Һөйөү китмәгән шул,һағынып килдең Сирен сәскә атҡан кистәрҙә. Һөйөүеңде татлы киләсәккә сорнағанда Бирелдем мин татлы хистәргә. Һиңә булған ап -аҡ хистәремде Йөрәгемдә төйнәп һаҡланым. Оҙаҡ йылдар һинән,наҙҙар көттөм Һинән башҡа, бер йәм тапманым. Һәр көн шулай төштәремә инеп Иркәләне наҙлы ҡулдарың. Байтаҡ йылдар үткәс, ҡабат килдең Уңманы шул, минһеҙ юлдарың. Ай тулғанда, тулған айға ҡарап Юраным мин, татлы төшөмдө. Оҙаҡ йылдар көтөп, ҡабат таптым Бәхет итеп күргән кешемде.Зилә Янбулатова.

Ниндәй көс һуң, ҡабат ҡауыштырҙы
Беҙҙе шулай яҙғы иртәлә.
Юҡ, шиңдермәм, яҙғы умырзаям тиеп
Ҡосағыңа алдың иркәләп.

Һөйөү китмәгән шул,һағынып килдең
Сирен сәскә атҡан кистәрҙә.
Һөйөүеңде татлы киләсәккә сорнағанда
Бирелдем мин татлы хистәргә.

Һиңә булған ап -аҡ хистәремде
Йөрәгемдә төйнәп һаҡланым.
Оҙаҡ йылдар һинән,наҙҙар көттөм
Һинән башҡа, бер йәм тапманым.

Һәр көн шулай төштәремә инеп
Иркәләне наҙлы ҡулдарың.
Байтаҡ йылдар үткәс, ҡабат килдең
Уңманы шул, минһеҙ юлдарың.

Ай тулғанда, тулған айға ҡарап
Юраным мин, татлы төшөмдө.
Оҙаҡ йылдар көтөп, ҡабат таптым
Бәхет итеп күргән кешемде.
Зилә Янбулатова.
Читайте нас: