Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
3 Ноябрь 2020, 13:55

Туйөмбәт

Оло юл буйында урынлашҡан олуғ әҙибә Зәйнәб Биишеваның йорт-музейында булмаған, уға һоҡланмаған кешеләр юҡтыр. Унда республикабыҙҙың данлыҡлы яҙыусылары ла йыш килә, юлайҡан ғына үткән кешеләр ҙә ингеләп тора. - Беҙҙең музейҙы районыбыҙҙың рухи ҡәғбәләренең береһе тип атарға мөмкиндер. Сөнки китапхана ла, мәҙәниәт усағы ла бында урынлашҡан, фельдшер-акушерлыҡ пункты ла беҙҙең бинала. Байрам һайын ауыл халҡын туплап, төрлө мәҙәни, спорт үткәрәбеҙ. Бик матур йола буйынса Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияны тапшырыу тантанаһы ла йыл да беҙҙә үтә, унан тыш шахмат ярыштары ла гел беҙҙә ойошторола. Башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, барлыҡ әҙәби донъяла үҙенең үлемһеҙ әҫәрҙәре менән юйылмаҫ эҙ ҡалдырған әҙибәбеҙҙең йорт-музейы урынлашҡан бина бер ҡасан да буш тормай,- ти музей мөдире Зәбирә Кәримова.

Оло юл буйында урынлашҡан олуғ әҙибә Зәйнәб Биишеваның йорт-музейында булмаған, уға һоҡланмаған кешеләр юҡтыр. Унда республикабыҙҙың данлыҡлы яҙыусылары ла йыш килә, юлайҡан ғына үткән кешеләр ҙә ингеләп тора.
- Беҙҙең музейҙы районыбыҙҙың рухи ҡәғбәләренең береһе тип атарға мөмкиндер. Сөнки китапхана ла, мәҙәниәт усағы ла бында урынлашҡан, фельдшер-акушерлыҡ пункты ла беҙҙең бинала. Байрам һайын ауыл халҡын туплап, төрлө мәҙәни, спорт үткәрәбеҙ. Бик матур йола буйынса Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияны тапшырыу тантанаһы ла йыл да беҙҙә үтә, унан тыш шахмат ярыштары ла гел беҙҙә ойошторола. Башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, барлыҡ әҙәби донъяла үҙенең үлемһеҙ әҫәрҙәре менән юйылмаҫ эҙ ҡалдырған әҙибәбеҙҙең йорт-музейы урынлашҡан бина бер ҡасан да буш тормай,- ти музей мөдире Зәбирә Кәримова.
Читайте нас: